Алты ғаиләгә — сертификат23.05.2013
“2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы, алты йәш ғаиләгә Учалы районының Абҙаҡ, Миндәк, Өргөн, Ураҙ, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Учалы ауылдарындағы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡсалата сертификаттар бүленде. Уларҙы тәбрикләгәндә хакимиәт башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев билдәләүенсә, программала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла агросәнәғәт һәм бюджет өлкәләрендә эшләй, балалар тәрбиәләй. Район етәксеһе йәштәргә ғаилә бәхете, шатлыҡлы ваҡиғаларҙың күберәк булыуын теләне. Биш ғаиләгә — 680-шәр мең һум, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол йәштәренә 900 мең һумдан ашыу аҡса тапшырылды. Түләүҙең дөйөм күләме 4 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Әйткәндәй, “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡсатлы программаһы Башҡортостанда 2004 йылдан эшләй. Ошо ваҡыт эсендә Учалынан 116 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡсалата ярҙам күрһәтелгән.


Вернуться назад