Беҙҙекеләр һынатмаҫ23.05.2013
Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылышта 5 400 кеше китәсәк.
— Әле тәүге 132 егет ғәскәрҙәргә юлланды, — тине Башҡортостандың хәрби комиссары Анатолий Балтинский. — Тағы ла өс меңгә яҡын кеше әрмегә әҙерләнә.
Быйылғы саҡырылыштың үҙенсәлектәренә килгәндә, Анатолий Балтинский билдәләүенсә, хәрби частарға иң элек белгестәр, йәғни хеҙмәткә тиклем уҡыу йорттарында әҙерлек үткән йәштәр кәрәк. Армияла тап уларҙы көтәләр.
— Әле 70-тән ашыу кешене Сыбаркүлгә ебәрҙек. Улар Ҡазанда уҙғарыласаҡ Бөтә донъя йәйге универсиада объекттарын һаҡлауға йәлеп ителәсәк, — тине хәрби комиссар.
Яңы өлгөләге кейемгә аңлатма биреп, Анатолий Балтинский, иҫкеһенә алмашҡа уңайлырағы килә, ләкин ғәйәт ҙур Рәсәй армияһын тиҙ арала яңы форма менән тәьмин итеү мөмкин түгел, тине.
Быйыл 15 июлгә тиклем 153 меңдән ашыу егет Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына баҫасаҡ.