Ҡаҙаҡ еңел ҡағыла23.05.2013
*Ҡаҙаҡты үҫемлек майына тығып алһаң, ҡағыуы еңел.
*Цемент ҡатнашмаһына шәкәр ҡомо өҫтәһәң, нығыраҡ буласаҡ.
*Һөттә шыйыҡлатылған алебастр оҙағыраҡ ҡата. Уның менән ярыҡтарҙы щетка ярҙамында “ямау” күпкә еңелерәк.
*Буяғанда ҡулланылған кисточка ҡаты икән, уны ҡайнаған аш һеркәһендә бер минутлап ҡына тотоп алырға кәрәк.
*Обой йәбештергәндән һуң бинаны бер нисә көн елләтергә ярамай. Юғиһә обой ҡуба башлар.
*Кафель плитәһен еүеш килеш киҫеүе еңел. Был саҡта уның ватылыу ихтималлығы аҙыраҡ.
*Тиҙ бешһен өсөн фасоль менән борсаҡты алдан һыуға һалып тороу кәрәкмәй. Бешергән саҡта кәстрүлгә бер нисә тапҡыр яртышар стакан һалҡын һыу өҫтәү ҙә етә.
*Кәбеҫтәгә бер аҙ ғына аш һеркәһе тамыҙып бешереү кәрәк. Шулай иткәндә ул артыҡ йомшармай. Ә төҫлө кәбеҫтәне һөттә быҡтырыу һәйбәт.
*Майонезды әсеүенән туҡтатырға мөмкин. Бының өсөн уға бер аш ҡалағы һалҡын һыу өҫтәү ҙә етә.


Вернуться назад