Йәшендән һаҡланығыҙ!23.05.2013
Йәшендән һаҡланығыҙ!Иң һәйбәте, әлбиттә, асыҡ урында йәшен аҫтында ҡалмау. Бының өсөн ҡайһы бер билдәләрҙе белеү кәрәк.
Йәшен алдынан, ғәҙәттә, ел тына йәки йүнәлешен үҙгәртә.
Ел йәшен хәрәкәте йүнәлеше хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт бирмәй, ул йыш ҡына елгә ҡаршы килә.
Әгәр ҙә йәшен йәшнәгәндә, өйҙән башҡа урында булһағыҙ, яңғыҙ ағасҡа ышыҡланмағыҙ.
Йәшен ваҡытында урманда ҡалғанда тәпәш ағастар араһында йәшенеү һәйбәтерәк, ә асыҡ урында тап булғанда ҡоро соҡорҙо, ҡаҙылған ерҙе һайларға кәрәк.
Ҡомло һәм ташлы ер, йәшендә балсыҡлыһына ҡарағанда, хәүефһеҙерәк.
Ҡаяларға, ҡырын торған стеналарға һөйәлергә, урман ситенән, һыу ятҡылыҡтары эргәһенән атларға һәм туҡтарға, ҡая аҫтында йәшеренергә тәҡдим ителмәй.
Йәшен йәшнәгәндә йүгерергә, тығыҙ төркөм булып хәрәкәтләнергә ярамай.
Еүеш тән һәм кейем йәшен атыу хәүефен арттыра.
Йәшен ваҡытында ҡалҡыу урында лагерь ҡороу, шулай уҡ палаткала тимер әйберҙәр һаҡлау ҡурҡыныс.


Вернуться назад