Баҡсасы ҡолағына23.05.2013
Мәтрүшкә орлоҡтан, тамырынан һәм ботағынан үрсей. Бер урында биш йылға тиклем үҫә.
Орлоғон иртә яҙҙан 1-1,5 сантиметр тәрәнлектә, рәт араларын 40-60 сантиметр итеп сәсәләр. Шулай ҙа өйҙә үрсетмәһен үҫтереп, һуңынан бер-береһенән 40-50 сантиметр алыҫлыҡта ултыртыу һәйбәт.
Ҡан баҫымын көйләү өсөн ике аш ҡалағы мәтрүшкәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәт төнәтеп, көнөнә ике-өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә мөмкин.
Аш-һыу әҙерләгәндә мәтрүшкәне тәм биреү өсөн өҫтәйҙәр. Уны ит, картуф, борсаҡ һәм сырҙан әҙерләнгән ризыҡҡа ҡушыу һәйбәт. Ҡыяр, помидор, бәшмәк тоҙлағанда ла ҡулланалар. Кеүәҫкә, һыраға, төнәтмәгә хуш еҫ өҫтәү өсөн файҙаланалар.