Ҡуҙғалаҡ салаты23.05.2013
Йәш ҡуҙғалаҡ япраҡтарын һалҡын һыу менән яҡшылап йыуып, ике сантиметр киңлектә туҡмас һымаҡ турайҙар. Тәрән эсле һауытҡа ҡуҙғалаҡ, тоҙ, борос, ҡаймаҡ һалып болғаталар. Шәкәр ҡомо өҫтәргә лә була. Әҙер салатты икенсе һауытҡа бушатҡас, ҡуҙғалаҡ япрағы, туралған йомортҡа менән биҙәргә, өҫтөнә ваҡ ҡына турап укроп һибергә мөмкин.
100 грамм ҡуҙғалаҡ, 40-50 грамм ҡаймаҡ, бер йомортҡа, тоҙ, борос алына.


Вернуться назад