Салат яһауҙың бер нисә сере23.05.2013
Йәшелсәне таҙартыр алдынан ағып торған һыуҙа йыуалар. Кишер, редиска, сөгөлдөр һәм башҡа тамыр аҙыҡтарҙы щетка менән ышҡырға кәрәк.
Йәшелсәләрҙең ҡабығын мөмкин тиклем йоҡа итеп әрсергә кәңәш ителә, сөнки организмға кәрәкле матдәләр күберәк ҡабыҡ аҫтында була.
Ҡаты йәшелсәне ваҡлап турау һәйбәт.
Салат өсөн бешерелгән ризыҡты һыуыталар. Йылы һәм һалҡын аҙыҡтарҙы бергә ҡушырға ярамай. Улай иткәндә, салат тиҙ боҙола.
Сей йәшелсә салаттарын ашар алдынан ғына яһайҙар, сөнки туралған йәшелсә оҙаҡ торһа, тәмһеҙләнә. Тоҙҙо өҫтәлгә ҡуйыр алдынан ғына һалырға кәрәк.
Салаттарҙы эмаль, керамик, быяла һәм фарфор һауыттарҙа ғына әҙерләйҙәр һәм һаҡлайҙар. Металл һауыт ҡулланырға ярамай.


Вернуться назад