Ҡартая ла икәнһең... Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе көҙгөгә йыш ҡарарға ярата. Әммә, Америка психологтары раҫлауынса, үҙеңә күп ҡарау хәүефле лә икән. Баҡһаң, үҙ күҙҙәренә оҙаҡ ҡарап торған кешеләрҙең, күпмелер ваҡыттан һуң хәлһеҙлек һәм хәтер насарайыуын тоя башлауы асыҡланған.
Тәжрибә үткәреүселәр детектор ярҙамында, энергетик “вампирҙар” кеүек, көҙгөнөң дә кеше энергияһын үҙендә туплауын иҫбатлаған.
Энергия һурыу шунда уҡ түгел, ә кеше өс минут самаһы көҙгөләге сағылышына ҡарап торғандан һуң башлана. Шуға күрә күберәк үҙенә оҙаҡ һоҡланырға яратыусылар ҡорбан була. Көҙгөгә йыш ҡараусылар тиҙерәк ҡартая ла, имеш.
Уны ошолай һаҡлайҙар Икмәк тиҙ ҡатып бара (бигерәк тә йәй көнө), шуға күрә уны күп алырға кәрәкмәй. Ризыҡты ҡапҡасы тығыҙ ябыла торған һауытта һаҡларға кәрәк. Кипкән икмәкте ташларға ярамай, уны төрлө ризыҡ әҙерләгәндә файҙаланырға мөмкин.
Икмәк кеүәҫеИҫкергән арыш икмәген турап, мейестә киптерәләр, артабан ҡайнап торған һыуға һалалар ҙа һауыттың ҡапҡасын ябалар. Бер аҙ һыуынғас, 3-4 сәғәттән һуң сөпрә һәм шәкәр ҡомо өҫтәп 7-8 сәғәт тоталар. Һөҙгәс, һалҡын урында һаҡлайҙар. Бындай кеүәҫте һалҡын аш, окрошка әҙерләү өсөн файҙаланалар. Шул килеш тә эсергә мөмкин.
Парҙа тотһаң, яңыртып булаИҫкергән икмәкте телемләп киҫеп иләккә теҙәләр һәм ҡайнап торған һыулы кәстрүл өҫтөнә ултырталар. Өҫтөн һәйбәт итеп ҡаплап ҡуялар. Бер нисә минуттан икмәк йомшара, хатта күпереп үк китә.
Ҡыҙҙырып алһаң да һәйбәтИҫкергән икмәк телемдәрен һөткә манып алып, майланған йылы табаға теҙеп, ике яғын да ҡыҙҙырырға һәм өҫтәлгә ҡуйырға була. Һәр кем, теләгенә ҡарап, өҫтөнә тоҙ йәки шәкәр ҡомо һибә ала.
Кәтлиткә лә ҡушырға мөмкинИт йәиһә балыҡ кәтлитенә ҡушыу өсөн иҫкергән булка йәки күмәс һәйбәт була. Икмәкте турап, һөттә йәки һыуҙа сылаталар, һуңынан ит йәки балыҡ менән бергә ит үткәргестән сығаралар.