Ерҙең әселеген асыҡларға теләһәгеҙ23.05.2013
Баҡса еренең әселеген асыҡлау өсөн лакмуслы махсус әйберҙең һәр кемдең ҡул аҫтында булмауы ихтимал. Әселекте ябай ғына ысул ярҙамында белергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡара ҡарағаттың йәки муйылдың өс-дүрт япрағын алып, бер стакан ҡайнар һыуҙа бешерәһең. Һыуынғас, уға бер аҙ ғына тупраҡ һалаһың. Һыу ҡыҙғылт төҫкә инһә, тимәк, ер әсе, йәшелерәк икән — әселеге аҙ; сирен төҫөнә инә икән — әсе түгел. Баҡса тупрағы әсе икән, ул күп кенә йәшелсә, емеш-еләк ағастары үҫтереү өсөн яраҡлы түгел.