Кишерҙең, петрушканың оҙаҡ шытып сыҡмауын беләбеҙ. Йәшел үҫенте күренеүҙе тиҙләтеү өсөн ябай ғына, әммә һөҙөмтәле бер ысул бар. Орлоҡто, туҡыманан тегелгән муҡсайға һалып, сәсерҙән 10 -12 көн алдараҡ еүеш ергә күмеп торалар. Шундай “эшкәртеү” үткәндән һуң орлоҡ һәйбәт шыта.