Ҡаты ҡорттоң (проволочник) йәшелсә-емешкә ҙур зыян килтереүен күптәр яҡшы белә. Тәжрибәле баҡсасылар уға ҡаршы химик матдә ҡулланмай ғына көрәшә. Мәҫәлән, картуф йәки йәшелсә-емеш, сәскә бүлбеләре ултыртҡанда соҡорға һуған ҡабығы һалып ҡалдыралар. Бының өсөн ул күп кәрәк, ә ҡайҙан алырға һуң? Ҡыш буйы һуған әрсегәндә йыйып барығыҙ, ә көҙ бөртөгөн дә әрәм итмәҫкә тырышығыҙ.
Шулай уҡ баҡсала һәр ваҡыт тәртип булдырығыҙ, сүп үләндәренә үҫергә ирек бирмәгеҙ, бигерәк тә аҡтамырҙы, һабаҡтарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы һәм башҡа ҡыйҙарҙы урынында ҡалдырмағыҙ. Ерҙе даими ҡаҙып, йомшартып тороғоҙ.