Белергә лә, һаҡ булырға ла кәрәкДарыу үләндәре элек-электән киң ҡулланылған. Әммә ҡайһыһының ниндәй сирҙән килешкәнен, ҡасан йыйһаң файҙаһы ҙур булыуын һәр кем белеп еткермәй. Үләндәр менән эш иткәндә лә “самаһын белһәң — дарыу, белмәһәң — ағыу” тигәнде оноторға ярамай. Һуңғы осорҙа шифалы үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Бөгөн үләндәрҙе ҡасан йыйыу, нисек ҡулланыу кәрәклеге хаҡында бер нисә кәңәш бирмәксебеҙ.
Үгәй инә үләне — күп кенә илдәрҙә халыҡ медицинаһында ҡулланыла, боронғо дарыу үләне иҫәпләнә. Япрағынан яһалған төнәтмә һалҡын тейгәндә, аш һеңдереү, бөйөр һәм бәүел ҡыуышлығы сирҙәрендә ярҙам итә, аппетитты аса. Ә һарҡындыһы менән башты йыуып, ҡыуаҡтан һәм сәс ҡойолоуҙан ҡотолалар.
Ынйы сәскәһе (ландыш) йыйғанда һаҡ булырға кәңәш ителә, сөнки ул ағыулы, бигерәк тә еләктәре. Ынйы сәскәһен дауа сифатында халыҡ ҡына түгел, рәсми медицинала ла киң ҡулланалар. Унан эшләнгән дарыуҙар тынысландыра, йоҡлата, шулай уҡ тахикардия, гипертония, боғаҡ һәм быума сирҙәрен дауалауҙа, нервы ҡаҡшағанда файҙаһы ҙур.
Яҙ ҡара ҡарағаттың япраҡтарын һәм бөрөләрен әҙерләйҙәр, сөнки ул аскорбин кислотаһына бай. Япраҡтары хуш еҫле булғанға күрә йыш ҡына сәйгә лә
өҫтәйҙәр.
Бәпембә салаттар өсөн һәйбәт. Иҙелгән япраҡтарынан йәшәртеү өсөн битлек тә эшләйҙәр, ә сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмә һипкелде ағарта.
Шулай уҡ майҙа ҡайын еләге сәскә ата башлай. Уның шифалы булыуы күптән билдәле. Бигерәк тә япрағын ҡан ағыуҙы туҡтатыусы үләндәр ҡатнашмаһына ҡушалар. Ә еләгенән ҡайнатма әҙерләйҙәр йәки киптерәләр.
Был осорҙа айыу көпшәһе (дяшль), энәлек (боярышник), муйыл сәскәһе, дегәнәк тамыры, көтөүсе муҡсаһы, аҡ әрем, юл япрағы, ҡара һарына (папортник) һәм башҡа ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шифаһы ҙур.
Үләндәрҙе йыйыр алдынан улар хаҡындағы мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Үҙегеҙгә күпме кәрәк буласағын иҫәпләгеҙ, сөнки киптерелгән үләндәрҙе һаҡлау ваҡыты күп түгел, ни бары 1-2 йыл.