Яҡын кешең ятһынһа...23.05.2013
Баш ҡала магазиндарының береһендә йөрөйөм. Затлы әйберҙең күплегенә иҫең китер.
— Нравится вам? — тигән тауышҡа әйләнеп ҡарайым. Зифа буйлы, һылыу йәш ҡатын йылмайып тора. Асыҡ зәңгәр күҙҙәре үтә лә таныш һымаҡ. Ҡайҙа күрҙем?..
— Я — Лада, помните?
— Эйе, нәҡ үҙе, Лада Клименко. Әле ошо магазиндың хужаһы икән. Онотмаған бит. Ете йыл уҡыттым был баланы. Әсәһе класымдың ата-әсәләр комитеты рәйесе булды. Лада яҡшы уҡыны. Иҫемдә: атаһы менән әсәһе йыйылыштарға гел бергә йөрөнө, уларҙың татыу ғаиләһенә һоҡлана инем. Класс менән ойошторған экскурсия, походтарға ла бара торғайнылар. Владимир — заводта инженер, Лилиә лаборант булып эшләне...
Лада мине үҙҙәренә барырға ҡыҫтай башланы. Әсәйемде күрерһегеҙ, ул һеҙҙе һаман да иҫләй, ти. Киске поезға тиклем ваҡыт күп булғас, ризалаштым. Лилиә Ғәлиевна мине ихлас ҡаршыланы. Сәй эскәс, Лада эшкә китте. Фотолар ҡарайбыҙ, хәтер йомғағын тағатабыҙ. Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән. Лилиә ханым асылып китеп, һүҙ башланы:
— Володя менән ҡапыл таныштыҡ. Техникумда уҡыйым, ятаҡта йәшәйем, үҙешмәкәр түңәрәктә йырлайбыҙ. 7 ноябрҙә байрам концерты ҡуябыҙ. Мин әхирәтем менән мәҙәниәт йортона ашығып китеп барам. Ҡойма ярығынан килеп сығыуға дружинниктар тотоп алды. Беләктәренә ҡыҙыл таҫма бәйләгән һыбыҙғылы егеттәрҙе күргәс, ҡаушап ҡалдыҡ. Шул егеттәрҙең береһе Володя ине... Күп тә тормай өйләнештек. Тәүҙә тормошобоҙ ыңғай барҙы. Ике бүлмәле фатир бирҙеләр, аҡса ла етерлек ине. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, мин ауырый башланым. Бит нервыларым тартышты, бер аҙ төҫөм үҙгәрҙе, ләкин шәбәйҙем. Лада уҡырға барҙы. Әкренләп Володяның холҡо үҙгәрә башланы.
— Ниңә, һеҙ бик татыу инегеҙ бит, — тинем.
— Мин белдермәҫкә тырыштым. Күп ҡылыҡтарына иғтибар итмәй инем.
— Хәтеремдә! Һеҙ бик оҙаҡ дауаханала яттығыҙ… — тим.
— Үҙем ғәйепле. Миңә Володянан алдараҡ китергә кәрәк булған. Ваҡытында өйгә ҡайтмай, байрамдарҙа ситтә йөрөй. Ладанан йәшерәм, атайың командировкала, тим. Бер мәл Володя менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә булдым. “Айырылышайыҡ, Лада минең менән ҡаласаҡ”, — тип әйттем. Володя бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ике көн өйҙә йоҡламаны. Шулай эштә ултырһам, кискә табан бер аҡ халатлы ир килеп инде.
— Кто здесь старший? — ти.
Дежурҙа инем.
— Мин, — тинем.
Ул рентгенографиянан икән. Машина менән килгәндәр. Бөтәһенә лә тикшереү үтергә кәрәк, тип аңлатты. Фамилиямды, исемемде һораны ла, әйҙә, һинән башлайыҡ, тине. Уға эйәреп сыҡтым. Тыштағы ҡыҙыл тәреле көплө машина янына барыу менән, ике ир мине күтәреп машина эсенә индерҙе лә ишекте ябып та ҡуйҙы. Ҡараһам, унда бер ниндәй ҙә аппарат юҡ. Ишек асылған мәлдә иремде күреп ҡалдым, ул минең пальто менән сумкамды тотҡайны. Бер ни аңламайым. Ҡайҙа барабыҙ, ни өсөн? Мине психоневрология дауаханаһына алып килделәр. Бында ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡандыр, хәҙер сығарып ебәрерҙәр, тип уйлайым. Ул саҡта Леонид Гайдайҙың “Новые приключения Шурика”, “Кавказская пленница” фильмдарының популяр мәле. Халыҡ сиратта тороп, билет алып ҡарай ине. Минең менән дә шулайыраҡ хәл булғандыр, тип уйланым. Күрәсәгем, ишетәсәгем алда булған икән, — тине лә Лилиә ханым тынып ҡалды.
— Табиптар нимә тине һуң?
— Улар диагноз ҡуя белә инде. Мин дә Шурик һымаҡ сәләмәт икәнемде иҫбатлайым, бәхәсләшәм, илай башланым. Ә улар шым ғына нимәлер яҙа, медкарта тултыра. Бер палатаға килтерҙеләр. Ике койка. Бер урыҫ ҡатыны китап уҡып ултыра ине. Мин илайым да илайым. Володяның шул мәлдәге йөҙө, күҙҙәре оноторлоҡ түгел. Ни өсөн, ни ғәйебем бар һуң минең?
Палаталағы ҡатын һәйбәт булып сыҡты. Ул оҙаҡ ята икән:
— Һин улай илама, ярһыма. Файҙаһыҙ. Тиҙ генә сыға алмаҫһың. Киреһенсә, шым ғына йөрө, күнһәң, риза булһаң, тиҙерәк сығарырҙар, — тине. Зоя тигән санитарка ла мине йәлләй, аҡыл өйрәтер ине. Изгелекле кешеләр бар бит ул.
Володя Ладаға: “Әсәйең ҡапыл ауырып китте, уға операция яһанылар”, — тигән. Эштә лә мине ауырый, дауаханала ята, тип аңлатҡан. Сөнки мине алып киткәнде бер кем дә күрмәне бит.
Зоя аша мин ни өсөн был дауаханаға эләгеүемде белештем. Ирем минең өҫтөмдән алты-ете бит ялыу яҙып биргән. Имеш, минең психикам боҙолған. Элекке нервы ауырыуынан һуң ҡапыл үҙгәргәнмен: йә илайым, йә көләм, йә йырлап ебәрәм, йәки төндә йүгерем сығып китәм... Яҡын кешең ят була, тигәне шулдыр, — тип көрһөндө Лилиә ханым. Мин уйға ҡалдым.
— Табип оҙайлы тикшергәндән һуң минең ауырымағанымды аңлағандыр. “Бөтәһе лә ирегеҙҙән тора. Ул һеҙҙе килеп алырға тейеш”, — тине.
Бына осраштыҡ, ниһайәт. Мин Володяға текләйем. Ул күҙҙәрен йәшерә.
— Әгәр мин әйткәнсә эшләһәң, бөгөн үк сығаһың. Ҡаршы булһаң — ҡалаһың, — тине ул ят тауыш менән.
Хоҙайым, уның икенсе йөҙөн нисек быға тиклем күрмәгәнмендер!? Күҙҙәрем томаланғайнымы икән? Лада хаҡына ризалаштым. Өйҙә Володя бер ни булмағандай, хәстәрлекле ир, атай роленә керҙе. “Эшеңә бараһың, үҙем һөйләшкәнмен, тик телеңде тый”, — тине.
Бер аҙнанан Германияға оҙайлы командировкаға китә икән. Юлға йыйына башланы. Ситтә ҡатыны барлығын әйттеләр. “Нисек ҡотолорға?” тип баш ватам. Уның карьераһы өсөн өлгөлө ғаилә кәрәк булғанына яңы саҡ төшөндөм. Совет осоронда вазифа биләгән кешеләргә артабан үҫер өсөн был мотлаҡ талаптарҙың береһе һаналды бит. Етмәһә, сит илгә командировка сығып торған сүрәттә. Шуға ла минең айырылышыу тураһында һүҙ башлауым уның пландарына ҡаршы килгән, — Лилиә тынып ҡалды.
“Кеше ышанмаҫлыҡ хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә”, — ти торғайны әсәйем. Мин хайран ҡалып, ҡатындың хәтирәләрен тыңлайым. Әҙәпле, һәр саҡ иғтибарлы Владимир Клименко күҙ алдыма килә: заводта ҙур ғына вазифа биләне. Ярҙамсыл булды. 90-сы йылдар башында, донъялар үҙгәреп киткәс, ул тыуған яғы Украинаға ҡайтып киткән. Лилиә ханымдың бер үҙенә ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаған. Лада — юғары белемле финансист, үҙенең эше бар. Күренеп тора: донъялары бөтөн, етеш йәшәйҙәр. Мин хушлаша башланым. Лада мине вокзалға тиклем оҙатып ҡуйҙы.
Детектив киноны хәтерләткән яҙмыш миңә ныҡ тәьҫир итте. Ҡапыл бер күреүҙә ҡабынған ғишыҡ уты тиҙ генә һүрелгәнме, йәшәй биргәс, ауыр йөккә әйләнгәнме?.. Яҡынлыҡ, мөхәббәт хистәре ҡайҙа була икән? Тормош тигәнең бигерәк ҡатмарлы шул...