Именлегебеҙ — улар ҡулында21.12.2011
20 декабрҙә Рәсәй Федерацияһының именлек органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Кисә Конгресс-холда ошо ваҡиға айҡанлы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тантаналы йыйылыш үткәрҙе.
Чекистарҙы һәм ветерандарҙы ҡотлау өсөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре килде.
Байрамдың тарихы уҙған быуатҡа барып тоташа. 1917 йылдың 20 декабренән ул Чекист көнө булараҡ билдәләнә башлай. Тап шул көндө Бөтөн Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы булдырыла, уның тәүге рәйесе итеп Феликс Дзержинский тәғәйенләнә. 1995 йылдан байрам, Рәсәй Президенты Борис Ельциндың Указына ярашлы, илебеҙҙең Именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө булып китә.
Был өлкәлә эшләүсе кешеләрҙең көндәлек хеҙмәте дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле. Эштәре артыҡ күренеп бармаһа ла, уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең мәнфәғәттәрен һаҡлай.
Тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уларҙың эшен юғары баһаланы.
— Һеҙ тыныс ваҡытта ла сит-ят күҙҙәргә бик күренеп бармаған көндәлек ауыр бурыс башҡараһығыҙ. Илебеҙ имен булһын өсөн көнө-төнө эшләргә әҙерһегеҙ. Ҡыйыулыҡ, ватансылыҡ, компетентлыҡ кеүек сифаттар хас һеҙгә, — тине ул.
Рөстәм Зәки улы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына илдең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа именлекте тәьмин иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм етеп килгән Президент һайлау кампанияһында ла юғары профессионаллек күрһәтәсәктәренә ышаныс белдерҙе.
Өлгөлө хеҙмәт иткәндәргә Рөстәм Хәмитов республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагин да ҡотланы.
Тантана матур концерт менән тамамланды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад