“Башҡортостан” гәзитенә Сибай ҡалаһындағы “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары ла дәррәү яҙылды. Клубтың етәксеһе Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, ағинәйҙәрҙең күбеһе — йәш быуынға белем биреүсе абруйлы уҡытыусылар. Шуға күрә уларҙың күңелендә милли матбуғатҡа ҡарата йылы ҡараш күптән йәшәй. Әле һәр береһе гәзит-журналға яҙылыуҙа башҡаларға өлгө күрһәтә. Аҡ күңелле, изге уйлы, милли рухлы ағинәйҙәрҙең исем-шәрифтәрен яҙып үтмәйенсә булдыра алманым: ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләйәсәк шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Фәтҡуллина, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Светлана Буранбаева, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Сәғиҙә Байназарова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәниә Хәмитова, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина һәм Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Зәһүрә Байтүрина.
Барыһы ла гәзитте яратып уҡыуы хаҡында белдерҙе һәм уның биттәрендә үҙҙәре кеүек ағинәйҙәрҙең тормошон, йәшәйешен, ололарҙың проблемаларын сағылдырған мәҡәләләрҙең йышыраҡ баҫылыуын теләне. “Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, уның да — үҙ шатлығы, үҙ бәхете”, — тип йылмая сибайҙар. Уларҙың йәштәргә биргеһеҙ дәртле булыуына һоҡланып, шатлыҡ-бәхеттәрегеҙ оҙаҡ йылдарға һуҙылһын, артабан да “Башҡортостан”дың иң тоғро дуҫтары булып ҡалһағыҙ ине, тип теләргә генә ҡала.