Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте22.05.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы Октябрьский ҡалаһындағы “ОЗНА” акционерҙар компанияһының төп инженер-конструкторы Харченко Виктор Иванович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, ошо уҡ предприятиеның газ ярҙамында киҫеүсеһе Берг Андрей Владимировичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш рәссамы Нестеров Альберт Валерьевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, драма артисы Ҡолһарин Фәтих Фәрит улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад