Яңы программа раҫланды22.05.2013
Башҡортостан Хөкүмәте граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүҙең 2013 йылға адреслы республика программаһын раҫланы.

Быйыл был эшкә республика ҡаҙнаһынан 241,5 миллион һум бүленә. Финанслауҙың өҫтәмә сығанаҡтарынан тағы 23 миллион 233 мең һум йәлеп итеү күҙаллана. Ошо аҡсаға 9 мең квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡ һатып алынасаҡ. Быйыл адреслы программаға Күмертау, Туймазы, Яңауыл ҡалалары һәм Туймазы районының Ҡандра ауылы инде. Бөтәһе 185 торлаҡтан халыҡты күсереү ҡарала. Был йорттарҙың исемлеге Интернеттағы хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында урынлаштырылған.


Вернуться назад