Дини уҡыу йорттары йәштәрҙе көтә22.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районында уҙғарылған “Ислам. Йәштәр. Киләсәк” республика форумында сығыш яһаны. Ошонда уҡ мосолман йәштәр слеты ла ойошторолдо.

— Беҙҙең ил генә түгел, бөтә донъя иҡтисади һәм социаль проблемалар кисерә. Был мәсьәләләрҙе кешеләрҙе бергә туплап ҡына уңышлы хәл итергә мөмкин. Әлбиттә, ошо эш яҡлылар ҙа, төрлө дин һәм милләт вәкилдәрен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға теләүселәр ҙә һәр саҡ табыла. Кемдер сәйәси йәки шәхси мәнфәғәттәрен ҡайғырта, кемдер баш-баштаҡлыҡ күрһәтә. Ундайҙарҙың эше барып сыҡмаясаҡ. Бына 225 йыл инде Өфө Рәсәйҙәге исламдың баш ҡалаһы булып тора. Ошо йылдарҙа башҡа дин вәкилдәре лә мосолмандар менән дуҫ, татыу йәшәне. Республикабыҙ дини дошманлыҡты белмәне һәм белмәйәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Үҙенең сығышында Башҡортостан Президенты мәсеттәрҙә квалификациялы йәш кадрҙарҙың етмәүе мәсьәләһенә лә ҡағылды.
— Республикабыҙҙа йыл һайын 50 — 70 яңы мәсет төҙөлә. Әле улар меңдән ашыу. Имамдарҙың күбеһе оло йәштә, алмаш етмәй. Әлбиттә, бындай хәл республикабыҙға ғына хас түгел, бөгөн бөтә мосолман ойошмалары ла кадрҙарға киҫкен ҡытлыҡ кисерә. Күңеле саф, һүҙе аҡыллы булған белемле, һәләтле йәштәр кәрәк, — тип билдәләне республика башлығы. — Алдыбыҙҙа торған төп бурыстарҙың береһе — үҙебеҙҙең дини белем биреү системаһына булышлыҡ итеү. Дәүләт был йәһәттән етди аҙымдар яһай. Мәҫәлән, ҡайһы бер уҡыу йорттары дини учреждениеларға беркетелә. Республикала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы ислам университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, беҙ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Өфөлә округ төбәктәрендәге мосолман руханиҙары өсөн белемде камиллаштырыу үҙәге ойоштороу башланғысын хуплайбыҙ. Баш ҡалабыҙҙа Үҙәк диниә назаратының Ислам академияһын асыу проекты буйынса эш дауам итә.
Республика Президенты билдәләүенсә, быларҙың барыһы ла иң элек дини белем алырға ынтылған йәш мосолмандар өсөн эшләнә.
— Бының өсөн сит илгә китеүҙең кәрәге юҡ. Бөгөн абруйлы дини лидерҙар менән традицион исламды өйрәнеү һәм таратыу буйынса берлектә эш алып барыу мөһим. Шул иҫәптән Интернет киңлегенә лә сығырға кәрәк. Йәштәштәрегеҙ менән бер телдә һөйләшергә, эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ, әрәмтамаҡлыҡ кеүек социаль афәттәргә ҡаршы көрәшергә тейешһегеҙ. Беҙҙең өсөн йәштәрҙең үҙебеҙҙә ҡалыуы, киләсәген республика менән бәйләүе әһәмиәтле. Әлбиттә, эшкә урынлашыуға, торлаҡҡа бәйле ҡыйынлыҡтар бар, ләкин беҙ уларҙы хәл итәбеҙ, йәштәрҙең белем алыуы, карьера йәһәтенән үҫеше өсөн шарттар булдырабыҙ. Иң мөһиме — уларҙа тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләү, илгә файҙа килтереү теләге тыуҙырыу, — тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад