Идара итеү тәртипкә һалына22.05.2013
Рәсәй Хөкүмәтенең Интернеттағы сайтында күп фатирлы йорттарға идара итеү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу тәртибе тураһында ҡарар донъя күрҙе.
Ҡағиҙә айырым хужаларҙың, торлаҡ милекселәре ширҡәттәренең, идарасы компанияларҙың, төҙөүселәрҙең күп фатирлы йортҡа идара итеүе стандартын һәм тәртибен билдәләй. Күп фатирлы йорт хәҙер, конструктив үҙенсәлектәрен, дөйөм мөлкәттең техник торошон иҫәпкә алып, үҙаллы идара итеү объекты булараҡ билдәләнә. Ҡарарҙа шулай уҡ идарасы ойошманы һайлау юлы, уның яуаплылығы аныҡлана. Идарасы компанияның бурыстарына техник мәғлүмәтте ҡабул итеү, һаҡлау һәм тапшырыу, дөйөм мөлкәтте файҙаланған кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм һаҡлау инә. Бынан тыш, идарасылар биналарҙы тәртиптә тоторға, йүнәтергә, ҡуртымға бирергә, шулай уҡ һыу, йылылыҡ, газ һәм электр энергияһы менән тәьмин итеү буйынса килешеүҙәр төҙөргә хоҡуҡлы.
— Яңы ҡарарҙа идарасы компанияның бурыстары ентекле билдәләнә, — ти ufacity.me сайтының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса вәкиле Илгиз Кәлимуллин. — Мәҫәлән, унда авария-диспетчер хеҙмәтенә ғариза биреү тураһындағы пункт бар. Хәҙер торлаҡ хужалары заявканы телефон аша ғына түгел, Интернет селтәре ярҙамында ла бирә ала. Артабанғы эш өсөн ныҡлы нигеҙ барлыҡҡа килде. Идарасы компаниялар хәҙер конкурс юлы менән эш башҡарыусыларҙы һайлап алыу, хеҙмәт сифатын һәм хаҡын баһалау, ихтыяждарҙы нигеҙләү мөмкинлегенә эйә.