Смаҡай ауылы тәжрибәһе бар республикаға таратыласаҡАҡһаҡалдарҙан ҡалған тәжрибә Боронғо башҡорт ауылы ул. Юрматы ырыуы аҫабалары 1690 йылда нигеҙ һалған. Исеме тәү килеп ултырған Смаҡай тигән кешенән киткән. Башҡа ырыуҙаштары һымаҡ уҡ, ауыл халҡының төп шөғөлө мал аҫрау, умарта тотоу була. Иген дә сәсәләр. Революцияға тиклем һәүетемсә генә, бер нисә быуат элгәре нисек көн итһәләр, шулай йәшәп яталар. Ғүмерҙәре йәйен — тәбиғәт ҡосағында, ҡышын ауылда үтә. Ауылға аҡһаҡалдар идара итә. Ә үткән быуаттың 30–40-сы йылдарында артель төҙөлөп, үҙҙәренең ошо уҡ ерҙәрендә яңыса көн итә башлайҙар.
— 1957 йылға тиклем халыҡ айырым, үҙ ерҙәрендә артель булып эшләп йәшәгән, — тине ауылдың аҡһаҡалы Рауил ағай Ғүмәров, Смаҡай ус төбөндәгеләй
күренгән тауға күтәрелгәс. — Һуңынан инде беҙҙең ерҙәрҙең ана теге яғын — "Ударник" колхозына, биръяғын Салауат Юлаев исемендәге хужалыҡҡа бүлеп бирҙеләр. Тәйрүк йылғаһы аръяғындағы баҫыуҙар яңы төҙөлгән нефтселәр ҡасабаһы ҡарамағына китте. Хәҙер унда — коллектив баҡсалар, тик һирәк кеше эшкәртә ерен...
Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын төҙөү ихтыяжы юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Ҡала микрорайонына әйләнгән Смаҡай, Алебастр халҡы үҙ ихатаһы булған шәхси өйҙәрендә йәшәй. Ишембай менән Смаҡайҙы халыҡ Бурлыҡ тип йөрөткән тау итәге һәм Тәйрүк йылғаһы айырып тора. Һәр хәлдә, ҡала яны тип иҫәпләнһә лә, ауыл айырым йәшәп, үҙ көнөн үҙе күрә. Бындағы 620 йортта мең ярым кеше ғүмер итә. Шуныһын да өҫтәргә кәрәк: ауылса мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Эргәнән генә Тәйрүк һәм Боҙайғыр йылғалары аға. Йәйен уларҙың ярҙары ҡаҙ, өйрәк менән тула. Халыҡтың күпселеге ҡалала эшләй. Ҡыҫҡаһы, ябай ауыл халҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай Смаҡай кешеләре. Тик... көтөүлеккә, сабынлыҡҡа ерҙәре генә булмай. Дөрөҫөрәге, ҡасандыр тартып алынған. Ана шул ер мәсьәләһе борсой аҡһаҡалдарҙы. Нисек итеп инде, элекке ер хужалары булып та, тәбиғи байлыҡһыҙ йәшәргә, тип уйлай улар. Кәңәшләшеп, бергә эш башларға ҡарар итәләр.
Үҙидаралыҡ буш урында барлыҡҡа килмәй. Алда телгә алғанымса, борондан ауылда халыҡтың көнитмешенә аҡһаҡалдар йоғонто яһаған, йүнәлеш биргән, борсоған мәсьәләләрен күтәреп сығып, юғарыраҡ даирәләргә еткергән. Хатта совет осоронда, артель сағында ла кәңәшләшеп эшләгәндәр. Һуңынан ғына бар эш силсәүиттәргә, ҡала Советтарына тороп ҡалған. Яйлап власть менән халыҡ араһында арауыҡ барлыҡҡа килгән. Ошо айҡанлы, кешеләр менән кәңәшләшмәү арҡаһында, Смаҡай халҡы ла ерһеҙ ҡалған. Был — барлыҡ ҡала, ҡасаба яны ауылдарына хас күренеш. Үҙҙәренә кәрәк икән, халыҡ менән иҫәпләшеү юҡ — тарталар ҙа алалар.
Смаҡай менән Алебастр аҡһаҡалдары үҙидаралыҡ мәсьәләһен күтәреп сыға. Шунһыҙ ерҙәрен кире ҡайтарып булмағанын яҡшы аңлай улар. Яңы йүнәлешкә нигеҙ итеп Рәсәй Федерацияһының "Урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы 131-се Федераль законды алалар. Идаралыҡты ҡыҫҡаса ТЙҮ (ТОС) тип йөрөтәләр.
2007 йылдың майында Ишембай ҡала Советы "Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы тураһында положение" ҡабул итә. Коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыу башланғысы тураһында Смаҡай аҡһаҡалдары 2008 йылда халыҡҡа еткерә, дөйөм йыйылыш үткәрәләр. Ошо уҡ йылдың 30 ғинуарында район Советы депутаты Әнүәр Шәңгәрәев муниципаль район Советына Смаҡай менән Алебастрҙа ТЙҮ төҙөлөүе, устав эшләнеүе тураһында белдерә. 18 февралдә иһә Ишембай ҡала Советы "Смаҡай" территориаль йәмәғәт үҙидаралығы төҙөлөүен һәм уның биләмә сиктәрен раҫлай. 16 майҙа Устав ҡабул ителә. Ә 2009 йылдың июлендә "Смаҡай" ТЙҮ сифатында Бөтә Рәсәй реестрына индерелә, Башҡортостанда тәүге булып Рәсәй Юстиция министрлығының танытмаһын ала.
Әйтеүе генә анһат, ә йөрөүҙәре...— Ситтән бер ниндәй ҙә юрист йәлеп итмәнек. Үҙебеҙ өйрәндек, яңылышһаҡ, тағы яҙҙыҡ, төҙөнөк, ҡултамғалар артынан йөрөнөк, — тип һөйләй хәҙер, ул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, ТЙҮ рәйесе Әнүәр ағай Шәңгәрәев. — Яңы нәмә бит. Юстиция министрлығындағы ҡыҙҙар беҙҙе аңламай, ә беҙ — уларҙы. Шулай ҙа осона етеп, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ.
Эйе, еңеп сығалар. Бөгөн Смаҡай халҡы Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ойошторолоуы арҡаһында 258 гектар ерен кире ҡайтарып алған, көтөүлектәренә
үҙҙәре хужа. Барыһын да әлегә 15 йылға ҡуртымға алғандар, уның йыллыҡ хаҡы 31 мең һум самаһы. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: коммерция ойошмаһы булмаһа ла, улар һалымдарын, ҡуртым хаҡын ваҡытында түләп бара.
Кемгә нисектер, ә мине иң ғәжәпләндергәне ауылдағы ике зыяраттың да документтары төҙөлөүе, хаҡы (12 миллион һум) билдәләнеүе булды. Хәҙер үҙидаралыҡ уларҙы тәртиптә тотоуҙы үҙ өҫтөнә алған. Тағы мөһим нәмә — зыяратҡа элек ҡаланан да мәйеттәрҙе килтереп ҡуйғандар, ауылға ул кешенең һис ҡағылышы булмаһа ла. Был — ҡала яны ауылдарына хас күренеш. Ҡалала кеше ерләү "ҡиммәткә төшә", имеш. Үҙидаралыҡ булғас, ошо мәсьәләне лә, аҡһаҡалдар советын йыйып, кәңәшләшеп хәл иткәндәр. Зыяраттарҙың "хаҡы"н яҙғас, ҡайһы кеше, бәй, түләүлеме икән ни, тиер. Юҡ, түләүле түгел. Тик бар нәмә ҡуртымға алынғас, хаҡы билдәләнергә, документтары булырға тейеш.
Беҙ Смаҡайға юл алып, ҡаланан сығыуға заман техникалары оло юл буйлап канау ҡаҙа ине. Артынса уҡ торбалар һалынып бара. Үҙидаралыҡ рәйесе Әнүәр ағай шунда ҡаршыларға тейеш ине. Туҡтаныҡ. Баҡһаң, "Регион-Строй" йәмғиәте Смаҡайға табан һыу торбалары һуҙа икән.
— Бөтәһе 13 километр 860 метр буласаҡ, — ти ойошманың баш инженеры Фәнүр Йәһүҙин. — Һис шапыртыу түгел, беҙ республиканың бик күп ауылдарына һыу үткәрҙек. Ләкин ауыл Советы рәйестәрен күрмәгән саҡтар ҙа бар ине. Ҡамасауламаһалар, шул еткән, тип йөрөнөк. Ә бында иҫ китте. Үҙидаралыҡ рәйесенә ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһәм дә, кире ҡаҡмай, мөнәсәбәт башҡа. Ауылы өсөн янып йөрөгән һәр кеше шулай булырға тейештер...
Һыу үткәреүҙә 18 берәмек техника эшләй. Японияла сыҡҡан экскаваторҙар туңы ла иреп бөтмәгән ерҙе аҡтара бара, артынан башҡа бригада торбаларҙы һалып килә.
— Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып йәмәғәт үҙидаралығы төҙөгәс, беҙгә "Берҙәм Рәсәй"ҙең "Халыҡ бюджеты" программаһы буйынса туғыҙ миллион һумлыҡ грант бирҙеләр. Ошо аҡсаны ауылға һыу үткәреүгә тотонорға булдыҡ, — ти Әнүәр Хөснулла улы. — Әйткәндәй, хәҙер грант күләмен 17 миллионға еткерҙеләр. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килгәйне, йәмәғәт үҙидаралығы, уның эше, грантты нисек файҙаланыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды. Барыһын да аңлатып, күрһәтеп бирҙек. Аҡсаның юҡҡа сарыф ителмәүе, адреслы тотонолоуы уға ла оҡшаны...
Рөстәм Зәки улы ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, 2013 йылдың 18 апрелендәге күрһәтмәһе менән Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең IV съезы индергән тәҡдимдәрҙе хуплап, барлыҡ республикала территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарын үҫтереү буйынса эш алып барырға кәңәш итә. Әҙерлек эштәренең ваҡыты ла сикле — 2013 йылдың 1 июле. Шулай итеп, Смаҡайҙа яралған бер "осҡон" барлыҡ республика ауылдарын ялмап алмаҡсы.
Изге эш башҡараларАлда уҡ әйтеүебеҙсә, үҙидаралыҡ коммерция ойошмаһы түгел. Уны ауылы, халҡы өсөн янғандар ғына төҙөй ала. Фанаттар ғына бөгөн, баҙар шарттарында, бушҡа эшләй. Смаҡайҙың миҫалы — быға асыҡ дәлил. Үҙидаралыҡ ағзаларына һәр эш йүнәлеше буйынса айырым бүленгән.
Әйтәйек, рәйесе Әнүәр Шәңгәрәев — элекке уҡытыусы, хәҙерге пенсионер, барлыҡ ойоштороу эштәренә яуаплы. Район Советы депутаты булараҡ, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Гөлдәр Фәтҡуллина иһә көтөүлектәр, сират менән көтөү, мал иҫәбе өсөн яуаплы. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Насирова төрлө саралар үткәрә, айыҡ тормошҡа өндәй. Смаҡайҙа клуб 50-се йылдар уртаһында уҡ бөтөрөлгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ халыҡ (хәҙер бында күп милләт вәкилдәре йәшәй) йолаларын да башҡара, байрамдар үткәрә. Ауылдың аҡһаҡалы, 82 йәшлек Биктимер Ҡоләхмәтов менән Әнисә Ибәтуллинаның эше үтә лә яуаплы — улар ике зыяратты ла тәртиптә тота, кәртә-ҡураһын йүнәтә, кәрәк урында буята. Рауил ағай Ғүмәровты ла, шаяртып, "казначей" тиҙәр. Еңеү көнө, Ҡорбан байрамы уңайынан төшкән хәйер, ярҙам аҡсаһын зыярат өсөн кәрәк-яраҡ алыуға, башҡа мөһим нәмәгә тотоналар.
Алда әйткәнемсә, үҙҙәре бушҡа эшләй. Барыһы ла аҡһаҡалдар советына ингән, хәҙергесә әйткәндә, территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ағзалары. Бәлки, үҙ халҡы, ере тип эшләгән, йәшәгән кешеләре булғаны өсөн генә лә ҡалала йотолмаҫ өсөн үҙ статусын алырға өлгәшкәндер Смаҡай. Өҫтән бирелгән аҡсаға ғына йөрөһәләр, ерҙәре лә кире ҡайтмаҫ, грантлы, тимәк, һыулы ла булмаҫтар ине...