"Приют" һүҙе күңелдә йылылыҡ, яҡланғанлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Эске һиҙемләүемдең дөрөҫлөгөнә Йомағужала социаль йәһәттән ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеүсе ошондай йорт менән танышҡас тағы бер ҡат инандым.
Бында һәр ерҙән күңел йылылығы, йөрәк наҙы бөркөлөп торғандай. Бүлмәләрҙә, залдарҙа, бәлки, хайран ҡалдырырлыҡ зиннәтле йыһаз да юҡтыр, әммә балаларҙың үҙ ҡулы менән яһаған панно, сувенир, картина, ҡурсаҡ һәм башҡа әйберҙәре тыуған йортто хәтерләтә.
— Был эштәрҙең һәр береһенә күпме йылы, наҙ һалынған! — ти учреждениеға ике тиҫтә йылдан ашыу етәкселек иткән Нурия Хоҙайғолова. — Сигелгән әйберҙәребеҙ ауыл, район, республика буйынса ойошторолған ниндәй генә күргәҙмәгә ҡуйылманы ла кемде генә һоҡландырманы! Һатып алырға теләгәндәр күп, әммә беҙ балалар ижады менән сауҙа итмәйбеҙ, ә күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайбыҙ.
Был эштәрҙе башҡарыуҙа, әлбиттә, тәрбиәселәрҙең дә өлөшө ҙур. Бәйләнгән панноларҙың матурлығына, сигелгән әйберҙәрҙең нәфислегенә һоҡланып, ҡайһы берҙәрен фотоға төшөрмәйенсә булдыра алманыҡ. Уларҙа туған тәбиғәтебеҙҙең хозурлығы, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәте сағылыш тапҡан.
Приютта тормош ҡайнап тора. Балалар үҙ төркөмөнөң тәрбиәсеһе менән мәж килеп мәсьәлә сисә, һөйләшә, көлөшә. Бойоғоп ситтә баҫып торған берәүҙе лә күрмәҫһең. Күптәр, бәлки, ата-әсәһенән тоймаған наҙҙы нәҡ ошонда алалыр. Сер түгел: балаларҙың байтағы приютта тыуған йортонда күрмәгән ризыҡты ашай, төрлө файҙалы шөғөлдө үҙләштерә. Тәртипкә, таҙалыҡҡа, яуаплылыҡҡа, ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә өйрәнеүҙәре үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам буласаҡ.
Директорҙың әйтеүенсә, приюттағы балаларҙың һаны гел үҙгәреп тора. Әле, мәҫәлән, унда 26 тәрбиәләнеүсе иҫәпләнә. Балалар 50-гә еткән осраҡтар ҙа бар икән. Бындай хәлдәр айырыуса Яңы йыл байрамдары мәлендә күҙәтелә.
Йәшәү шарттары нисек кенә һәйбәт булмаһын, сабыйҙар ғына түгел, үҫмерҙәр ҙә ата-әсәһен, туғандарын, тыуған йортон һағына, ҡайтыр көндәрен түҙемһеҙләнеп көтә.