Һәләтле лә, һылыу ҙа беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!22.05.2013
Һәләтле лә, һылыу ҙа беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!Студент йылдарында гел уҡыу менән генә мәшғүл булһаң, ул осор тормоштоң иң гүзәл мәле булып күңел түрендә ғүмер буйы һаҡланмаҫ ине.

Беҙҙең ҡалала ла йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып, уҡыу йортоноң тормошонда ҡайнап йәшәгән, ғорурланырлыҡ йәштәр бар. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, төрлө саранан да ҡалмай.
Нәҡ ошондайҙарҙың береһе хаҡында һөйләгем килә. Ул — ҡалабыҙҙың башҡорт гимназияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында белем алыусы Регина Зыязетдинова. Матур йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлөп торған, күңелендә халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни хазинаһын йөрөткән был ҡыҙ үҙендә аҡыл, зирәклек, тәүфиҡлылыҡ, иманлылыҡ, итәғәтлелек һәм әҙәплелек кеүек күркәм сифаттар туплаған. Әсәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Бәҙретдин ҡыҙы ла йыр-моңға ғашиҡ, ҡыҙында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына, туған башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән. Бала саҡтан уҡ Регина шиғырҙар, ҡобайырҙар ятларға оҫта булды, гимназияла уҡыған ваҡытта “Урал батыр” эпосының өс мең юлын яттан тасуири һөйләп, республика конкурсында ҙур уңыш яуланы. Һәләтлелеге менән гүзәллеге Регинаға 10-сы класта уҡығанда ҡала кимәлендә “Һылыуҡай” конкурсында гран-при алырға ла ярҙам итте.
Студент булғас та, тырыш ҡыҙ нәфис һүҙгә оҫталығын үҫтереүен дауам итә. Бының өсөн уҡыу йортонда бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Йыл һайын университетта “Студент яҙы” фестивале үткәрелә, һәр факультет ошо уңайҙан мәҙәни программа әҙерләй. Иң яҡшы сығыштар университеттың гала-концертына алына. Өс йыл рәттән Регина «Нәфис һүҙ» номинацияһында еңде. Ул Назар Нәжмиҙең «Әсә» поэмаһын, Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары», Абдулхаҡ Игебаевтың «Башҡортостан» шиғырҙарын һөйләгәндә, залда һәр саҡ тынлыҡ урынлаша, тамашасының күңел түрендә иң нескә тойғолар уяна, күҙҙәргә йәш тула. Быйыл да Регина, Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителгәнен иҫтә тотоп, Рауил Бикбаевтың «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһын яттан һөйләргә йыйына.
Күптән түгел ул Николо-Березовка ҡасабаһында «Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара конкурсында икенсе урынды яуланы, Нефтекама ҡалаһында «Башҡорт Ҡарһылыуы» конкурсында иһә гран-приға лайыҡ булды.
Ҡалабыҙҙың «Иҙел» мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Тамаша» театр түңәрәгенең алыштырғыһыҙ солисткаһы ла ул. Владимир Жеребцовтың «Ғүмер алда әле» драмаһында (Фаяз Йомағужин тәржемәһендә) — төп герой Ғәйниса, Рәлиф Кинйәбаевтың «Ҡотлайбыҙ, һин атай булдың!» комедияһында Зилә ролдәрен башҡарып, ул актерлыҡ һәләтен дә иҫбат итте.
Университет тормошонда ҡайнап йәшәгән ҡыҙҙың уңғанлығын, ныҡышмалылығын, етеҙлеген тиҙ күреп ҡалдылар, уны профкомға һайланылар. Яҡшы уҡыуы, әүҙемлеге өсөн бер төркөм студент менән Ҡазан ҡалаһына экскурсия менән дә бүләкләнде Регина.


Вернуться назад