Тормош юлы — үҙе батырлыҡ22.05.2013
Мәктәп ҡаршыһында күркәм бер йорт бар, унда мөләйем йөҙлө, алсаҡ Хәсибә инәй Вәлитова йәшәй.
Маңлайына ҡунған һырҙары, яҙмышына төшкән борма юлдары ла уны бөкмәгән. 90 йәшенә яҡынлашҡан инәй бөгөн дә үҙаллы донъя көтә, бер ҙә зарланып ултырғанын күрмәҫһең, барына шөкөр итеп йәшәй.
Хәсибә инәй Ейәнсура районының Ибрай ауылында баш бала булып донъяға килә. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, сит ауылға йөрөп уҡырға мөмкинлеге булмау сәбәпле, үҫмер көйө генә колхозға эшкә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауылда барлыҡ ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә төшә. Сибек кенә кәүҙәле Хәсибә лә бер эштән ситтә ҡалмай. Ә 1943 йылда уларҙы, Белорет районындағы ФЗО-ла уҡытып, заводҡа эшкә ебәрәләр.
Ҡыҙҙар көнөнә 12-шәр сәғәт эшләй. Ике йылдан һуң уларҙы Күркәтауға ағас ҡырҡырға оҙаталар. Иртә көҙҙә киткән һылыуҙар, ҡыш буйы ҡул менән ағас ҡырҡып, яҙға ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 1947 йылда Хәйбулла яҡтарына килеп, заманында дан тотҡан "Таналыҡ" совхозының Баҡал бүлексәһенә урынлашалар. Ауыр эштә сыныҡҡан ҡулдар был хужалыҡта һарығын да ҡарай, һыйыр ҙа һауа, тиҙәген дә ташлай, башҡа эштә лә йөрөй.
Хәсибә артабан Динислам Вәлитов менән танышып, матур донъя ҡора. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән ошондай кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.