Мәрхәмәтлек, сафлыҡ, гүзәллек – былар бөтәһе лә бергә атлар изге төшөнсәләр. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр! Ошо хәҡиҡәткә беҙ, балалар йорто хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре, 15 майҙа “Саф” продюссер үҙәге ойошторған “Апай-туған” концертын ҡарап инандыҡ.
Исеменә есеме тап килгән, сәнғәт күгендә яңы йондоҙ булып балҡыған профессиональ йырсы Гүзәл Динекәева үҙенең туғаны Рифат Шәрәфетдинов менән йыр-моң һөйөүселәргә тәрән йөкмәткеле концерт бүләк итте. Был кисә беҙҙең өсөн байрамса осрашыу майҙаны ла, күңел бөтәйеп, рух байып ҡайтыр урын да булды. Яңғыраған йырҙар менән бергә тамашасылар уҙған дәһшәтле һуғыш ҡырҙарына ла барып ҡайтҡандай ине. Ата-әсә, ҡаҡшамаҫ туғанлыҡ ептәре, бала саҡ, тыуған ер, ауыл кеүек изге төшөнсәләр, уларҙың ижадында яңы балҡыш алды.
Моңло йырҙар тыңлап әҫәрләнгәндә “Ирәндек” бейеү ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙарының өҙә баҫып бейеүҙәре тамашасының күңел сөңгөлдәренә барып ураны. Һүҙ оҫтаһы Альберт Уразмәтов концерттың бөтөнлөгөн тәьмин итеү менән бергә тамашасының күңелен юмор менән байытты.
Ә Татарстандан килгән “Рәүештәр” юмор театры төркөмө айырыуса бер йәм һәм биҙәк булды. Тормош мәшәҡәттәренән арынып ял итергә килгән халыҡ кинәнеп көлдө, күңел асты.
Күп яҡлы ижад оҫтаһы Гүзәл Динекәева табип булараҡ кешеләрҙең тәнен дауалаһа, үҙенсәлекле ижады менән йән дауаһы ла бирә.
Бының менән генә сикләнмәй йырсы. Уның сафлығы балалар йортон да нурландыра. Һәр сығышына сәнғәт оҫтаһы балалар йортона бушлай билеттар бирә. Ошондай гүзәл эштәрең, ғәмәлдәрең менән сафлыҡ өләшеп йәшә, ижад ит, Гүзәл!