“Күмәс өй” өс телдә “һөйләшә”22.05.2013
“Күмәс өй” өс телдә “һөйләшә”Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан ”Китап” нәшриәтендә йыл да балалар өсөн бихисап китап донъя күрә. Тәрән йөкмәткеле, сағыу һүрәтле баҫмаларҙы әҙәбиәт һөйөүселәр теләп ала. Күптән түгел йәнә бишәү сауҙаға сыҡты. Ошо айҡанлы нәшриәттең махсус магазинында “Автограф көнө” булды.

Осрашыуға китаптарҙың авторҙары, баш ҡаланың 20-се, 100-сө мәктәптәренән уҡыусылар килде. Бала саҡта кем әкиәт уҡырға яратмай икән! Халыҡ ижады кескәйҙәрҙең аң-зиһенен үҫтерә, фекерләргә өйрәтә, донъяға ҡарашын формалаштыра. Тап ошо ниәттән Гүзәл Хамматова ҡыҙы Алһыу менән, ағалы-энеле Гриммдарҙың “Күмәс өй”өн башҡорт, урыҫ, немец телдәренә тәржемә итеп, кескәйҙәргә ҙур бүләк эшләгән. Баҫмалағы һүрәттәрҙе төшөрөүҙә уға III класта уҡыған ейәнсәре Әйшә лә булышҡан. Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина әҙерләгән “Ҡурай” йыйынтығын уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ул панорамалы һүрәттәре менән дә иғтибарҙы йәлеп итә.
Ә бына бешеренергә өйрәнергә теләгәндәр өсөн “Сәк-сәк менән Бауырһаҡ нисек тәмле ризыҡ әҙерләргә өйрәнде” тигән китап бик файҙалы булыр. Уны нәшерләү өсөн Әлиә Ғиләжетдинова менән Зөлфиә Ҡарабаева күп көс һалған. Ә Индүсә Арыҫланова рецепт өлгөлөре менән ярҙам иткән.
– Туҡланыу, шифалы үҫемлектәрҙе ҡуллана белеү, уларҙан аш-һыу әҙерләргә өйрәнеү йәһәтенән был баҫма бик файҙалы, – тине Зөлфиә Ҡарабаева.
“Балалар әҙәбиәте антологияһы”ның 1-се томы ла әҙәбиәт һөйөүселәргә файҙалы булыр. Уны Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина әҙерләгән. Яңы баҫма әүәлгеһенән шиғриәт, проза әҫәрҙәре, фольклор менән йәнәш бирелеүе, башҡорт, урыҫ телдәрендә сығыуы менән отошло, үҙе бер әҙәби энциклопедияны хәтерләтә ул.
Рәшиҙә Бикмәтованың “Александр Невский” тип исемләнгән китабында үткәндәр, тарихи шәхестәр тураһында фәһемле мәғлүмәттәр тупланған.
Осрашыуға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов та килгәйне. Ул 100-сө мәктәптән Зөлфиә Ғиззәтуллинаға атаһының китабын бүләк итте.
Юлығыҙ төшһә, һеҙ ҙә “Башҡорт китабы йорто”на инеп, был йыйынтыҡтарҙы алмай китмәгеҙ. Китап менән дуҫ булған – ғилем йыйған, зауыҡ тапҡан, күңел донъяһын байытҡан. Дуҫ-иштәрегеҙгә, туғандарығыҙға ла бына тигән иҫтәлекле бүләк буласаҡ ул.


Вернуться назад