Ауылым — Үтәймулла22.05.2013
Мин Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуғанмын. Яҙмышым ситтә үтһә лә, тыуған ауылым, атай нигеҙе, Күҙйылға, Ситйылға буйҙары, Ҡарауыл тауы һәр саҡ йөрәк түремдә. Тыуған яғыма булған һөйөү йәнемде йылыта, йәшәргә дәрт һәм илһам бирә. Күңелемдән урғылған хистәремде шиғыр юлдарына һалып, һеҙҙең менән уртаҡлашҡым килде.

Тыуған ерем баҫыуҙары иркен,
Туғайҙары тулы ҡымыҙлыҡ,
Яҙҙарында муйыл сәскә ата —
Еҫтәренән иҫең юйырлыҡ.
Ауылымды һағынып ҡайтам,
Төшәм һыу буйҙарына.
Тоҡанбашта уйнап үҫкән
Бала саҡ — уйҙарымда.
Аҫылмалы баҫма буйлап
Уйҙарҙа йүгереп үтәм.
Үтәймулла — Бишул кеүек
Гүзәл ер юҡтыр бүтән.
Тәгәрәгән гәүһәр мунсаҡ —
Еләклек тау биттәре.
Бөтә донъяға таралған
Һутлы үлән еҫтәре.
Минең изге бишегем ул
Үтәймулла — Бишул.
Быуындарҙы тоташтырған
Ер кендеге бит ул.
Үтәймулла, Үтәймулла,
Тирә-яғың тал ғына.
Шишмәләрҙән һыуҙар түгел,
Ағып килә бал ғына.
Күҙйылғала һыу ҡойоноп
Һандуғастар ҡағына.
Үтәймулла — Бишул,
Һине йөрәк һағына!


Вернуться назад