Имен булһын донъялар22.05.2013
Имен булһын донъяларРедакцияға республиканың төрлө тарафынан хаттар күп килә. Береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, теркәлә, гәзиттә донъя күрә, күбеһе тупланмала урын ала. Дуҫтарыбыҙ менән хеҙмәттәшлекте өҙмәй, уларҙың ярҙамын, кәңәш-төңәшен тойоп торғас, эшләүе лә күңелле.

Тәүге хат юлдарына күҙ һалайыҡ. Уны Өфө ҡалаһының Шакша биҫтәһенән Шәрифә Вилданова ебәргән. Һуғыш башланғанда уның ете йәше лә тулмаған булған. Апайҙы ошо осор яралары һаман да яндыра. «Һуғыштың беренсе көнөнән үк Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылынан 25–40 йәшлек ир-уҙамандарҙы алып киттеләр. Атайым Булат Миңлейәров алты бала бәхетенә иҫән ҡайтты», — тип хәтерләй хат авторы.
Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Я. Ғәбиҙуллин яҙған хат та ошо хаҡта. Ул беҙгә бынан 70-72 йыл элекке фотоһын ебәргән. «Был һалдаттар (һүрәттә) һуғышҡа әҙерләнгәндә Алкинда төшкән булған. Атайым шулай тип һөйләй торғайны. Уларҙы танырлыҡ оло кешеләр ҙә ҡалмағандыр инде», — тип өҫтәгән.
Сираттағы хат та ошоға оҡшаш. «Һуғыш сыҡҡанда миңә ете йәш ине, — тип яҙа Әлшәй районының Раевка ҡасабаһынан Венера Тимербулатова. — Сураҡай ауылында йәшәнек, уҡырға Шафранға йөрөнөк. Тәнәфес ваҡытында яҡындарыбыҙҙы осратмаҫбыҙмы икән тип, вокзалға йүгереп барып, һәр поезды ҡаршы ала инек. Ундағы яраланған һалдаттарҙы күреү миңә һөнәр һайлауҙа булышлыҡ иткәндер, бәлки. Медицина училищеһын тамамлап, ғүмер буйы шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым». Гәзиттә һуғыш балаларына арналған мәҡәләләрҙе йышыраҡ күрге килә, сөнки беҙҙең тиңдәштәр бик аҙ ҡалып бара», — тип теләк тә белдергән.
Шул уҡ райондың Ибрай ауылынан Мансур Йәнекәев үҙенең хатында «Башҡортостан»дың икенсе яртыһына яҙылып ҡуйыуын хәбәр иткән. «Йәш саҡтан бирле иң ҡәҙерле гәзит тип һанап, һәр ваҡыт яратып уҡыйым», — тигән ул.
Эйе, «Башҡортостан»дың тоғро дуҫтары бик күп. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Шәүкәт Рөстәмов былай тип яҙған: «Гәзитте даими алдырғас, 1943 йылдан бирле республикабыҙҙың тормошо менән яҡшы танышмын. Быйыл Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың «Башҡортостан» гәзитенә биргән интервьюһы ныҡ һөйөндөрҙө, уйланырға мәжбүр итте. Мөһим мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары күтәрелгән мәҡәлә менән танышыу минең тормошомда ҙур ваҡиға булды. Шуның өсөн рәхмәтемде еткерәм».
Гәзит уҡыу — яҡшы ғәҙәт. Республикалағы хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәгән алдынғы кешеләрҙең беҙҙең арала булыуы ҡыуаныслы. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында Белорет районынан даими авторыбыҙ Нурулла Миһранов та бар. Сираттағы хатында ул һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайта: «Ул ваҡытта Инйәр леспромхозы иң көслө ойошма булды. Төп кәсебе — Белорет металлургия комбинатына күмер әҙерләү. Бының өсөн урманда ағас ҡырҡып, уны мейестәр янына ташынылар. Йылғалар бар урында һал ағыҙҙылар, ә яҡындағы ағас ат менән һөйрәтелде. Әҙер күмерҙе машинаға йәки ат арбаһына тейәп, тимер юлда эшләнгән эстакадаға алып барып бушаталар. Күмер етерлек йыйылғас, уны вагон менән Белорет металлургия комбинатына алып китәләр ине...»
Редакцияға күркәм ғаиләләр, талантлы шәхестәр, ҡыҫҡаһы, һоҡланғыс кешеләр хаҡында хаттар йыш килә. Уҡыусыларыбыҙҙан бындай яҙмалар алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Ишембай ҡалаһынан әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе Рәфҡәт Сәғәҙиев Валентин Шашин тураһында яҙып ебәргән. «Ул заманында үҙен талантлы ойоштороусы ғына түгел, юғары эрудициялы, белемле инженер итеп тә танытты. Һуғыш йылдарында яҡташыбыҙ Мәскәүҙәге нефть институтын тамамлап, Башҡортостанына ҡайтты. Валентин Дмитриевич — нефть ятҡылыҡтары запасын өйрәнеү өсөн күп көс һалған шәхес», – тигән ул.
Әлбиттә, редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ул хаттар район һәм ҡала хакимиәттәренә, министрлыҡтарға тикшереүгә ебәрелә.
Матбуғаттың тоғро дуҫтары, киләсәктә лә «Башҡортостан» менән бергә ҡалайыҡ! Уҡытыусылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булараҡ барлыҡҡа килгән «Асыҡ дәрес», яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың фекерен еткергән «Әҙип һүҙе» рубрикалары барлығын иҫтә тотоғоҙ, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан иғлан ителгән «Башҡортостан — ғәзиз ерем», оҫта ҡуллы замандаштарыбыҙ хаҡында «Һөнәрмән», шулай уҡ «Ҡәләмгир» конкурстарына эштәрегеҙҙе тәҡдим итә алаһығыҙ. Яңы дуҫтарыбыҙ өҫтәлеүен теләйбеҙ.


Вернуться назад