Сысҡандар ... сәйәхәттән ҡайтты21.05.2013
Ғалимдар, Ырымбур өлкәһендәге Донецкое ауылы эргәһендә 19 май иртән төшкән “Бион-М” йыһан аппаратын асып, сәйәхәттән ҡайтҡан хайуандарҙы тикшерҙе.
Башта капсула Ырымбур өлкәһенең Башҡортостан менән сиктәш Буланово ауылы янында төшөргә тейеш була. Әммә атмосфераның тығыҙ ҡатламдары аша үтеп, парашют асылғандан һуң, аппаратты ел Һамар яғына алып китә. Шулай ҙа белгестәр уның төшкән ерен тиҙ арала асыҡлап, шул урында лаборатория асып, тәүге тикшеренеүҙәрҙе башлай.
“Бион-М” 19 апрелдә орбитаға сығарылған. Пассажирҙар иҫәбендә 53 сысҡан (шул иҫәптән һигеҙ монгол сысҡаны), 15 кеҫәртке булған. Рәсәй менән Германияның берлектәге уникаль тәжрибәһе ябыҡ биосистеманың йәшәйешен тикшерә. Йыһанға осҡан сысҡандарҙың бер өлөшө һәләк булған. Ай буйы хайуандар юғары радиация йоғонтоһон кисергән. Капсула Халыҡ-ара йыһан станцияһы орбитаһынан 600 саҡрымға юғарыраҡ менгән. Ғалимдар әйтеүенсә, тәжрибә уңышлы үткән. Биообъекттар тикшеренеүҙе артабан дауам итеү өсөн Мәскәүгә оҙатылды.