Еңеүҙе ауыл балалары килтерә21.05.2013
Республика башҡорт лицей-интернаты үҫмерҙәре күптән түгел “World Robot Olimpiad-2013” халыҡ-ара бәйгеһенең Бөтә Рәсәй этабында еңеп сыҡты. Хәҙер улар ноябрҙә Индонезияла уҙасаҡ төп ярышҡа әҙерләнә.

Техник һәм тәбиғәт фәндәре, башҡорт, урыҫ, инглиз телдәре юғары кимәлдә уҡытылған лицей-интернат ошондай ҡаҙаныштары менән даими һөйөндөрә. Быйылғы уҡыу йылында ғына үҫмерҙәр төрлө фән буйынса ойошторолған ярыштарҙа 152 еңеү яуланы, ике мәртәбә Рәсәй йыйылма командаһы составында көсөн һынаны. Шуныһы айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ: уңышҡа өлгәшкәндәрҙең күбеһе — республика ауылдарынан килгән уҡыусылар.
Йолаға ярашлы, уҡыу йортонда төрлө фән буйынса еңеү яулағандар өсөн быйыл да “Олимпиялылар парады” үткәрелде.

Фәнил НУРИЕВ, лицей директоры:
— “Олимпиялылар парады”н уҙғарыу ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусы ҡаҙанышы өсөн (ҙурмы ул, бәләкәйме) күпмелер матди ярҙам йә иһә иҫтәлекле бүләк ала икән, артабан фәнде үҙләштереүгә тағы ла ҙурыраҡ тырышлыҡ менән тотонасаҡ. Ошондай иғтибар менән белемгә этәргес бирәбеҙ.


Вернуться назад