Һөнәрҙең насары юҡ21.05.2013
Башҡортостандағы дәүләт власы илдең башҡа бер төбәгендә лә булмаған эште тормошҡа ашырмаҡсы: кисә республикала “Чиновник һөнәрен үҙгәртә” акцияһы башланды.

Үҙенсәлекле сара бөгөн билдәләнеүсе Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнөнә арналған, маҡсаты – йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәренә йәлеп итеү.
Проекттың тәүге этабында дүрт министр ҡатнашасаҡ, улар фрезеровщик, икмәк бешереүсе, штукатур-маляр, машина менән һауыу операторы булып эшләп ҡараясаҡ. Мәҫәлән, кисә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡала үҙәгендә урынлашҡан офисҡа түгел, ә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә килеп, фрезлау станогы артына баҫты. Ә һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев “Өфө икмәге” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә күпереп торған икмәк бешереү менән мәшғүл булды.
Бөгөн иһә Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерәсәк: штукатур-маляр булып эшләп ҡараясаҡ. Хәйер, был үҙгәреш етәксене ҡурҡытмай, сөнки, әйтеүенсә, уның аҙмы-күпме тәжрибәһе бар. Ленара Хәким ҡыҙына төҙөлөш майҙанын “КПД” компанияһы тәҡдим итте.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, үҙ сиратында, Өфө районының “Алексеевка” совхозына юлланды. Унда министр һауынсы һөнәренең үҙенсәлектәрен төшөнмәксе.


Вернуться назад