Өфө егете бирешмәгән21.12.2011
Охот диңгеҙендә “Кольская” нефть һәм газ быраулау йөҙөүсе платформаһы штормға эләгеп, буксир менән алып китеп барғанда батыуы хаҡында донъяның барлыҡ мәғлүмәт каналдары хәбәр иткәйне.
Әле 67 кешенең 14-енең кәүҙәһе табылған, ҡалғандар хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта платформала барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолғанлығы, эшселәрҙең ҡот осҡос шарттарҙа эшләүе мәғлүм.
Ҡотҡарылғандар араһында Өфө егете Дмитрий Кузнецов та бар. Яҡташыбыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, быға тиклем бер йыл Вьетнамда, быраулау станцияһында эшләгән. “Кольская”ға тәүге тапҡыр вахтаға сыҡҡан булған. Дмитрий спорттың экстремаль төрҙәрен үҙ итә. Күрәһең, уның һалҡын һыуҙа тере ҡалыуына тәүге сиратта физик әҙерлеге булышлыҡ иткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Кольская”ла эшләүсе икенсе яҡташыбыҙ – Бүздәк егете Рөстәм Насибуллиндың яҙмышы әлегә билдәһеҙ.


Вернуться назад