Кеше табыныуға мохтаж21.05.2013
Изге “Ҡөрьән”дәге “Ендәрҙе һәм кешеләрҙе фәҡәт Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн барлыҡҡа килтерҙем” тигән аятты элек бик аңлап етмәй инем, сәйер тойола торғайны. “Донъяла йәшәүебеҙҙең төп маҡсаты Аллаһҡа табыныумы икән?” — тип ғәжәпләндем. Ата-бабабыҙ бер генә Аллаһҡа табыныу кәрәклеген йөрәккә һеңдереп ҡалдырған, әммә күптәребеҙ Хоҙайҙы ауырлыҡ килгәндә генә иҫкә төшөрә, даими ғәмәл ҡылмаҫ өсөн төрлө сәбәп таба.

Бер баҫмала “ғалимдар кеше организмында табыныу гены тапҡан” тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, был хаҡта ныҡлап уйлана башланым. Хәҙер аңлайым: һәр кем табыныуға мохтаж икән. Баҡтиһәң, күбебеҙ дини ғилемде белмәгәнлектән ғибәҙәт ҡылмай һәм, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, Аллаһтан башҡа нәмәгә баш эйергә әҙер генә торабыҙ. Мәҫәлән, аҡсаға, араҡыға, наркотикка, байлыҡҡа, һәйкәлгә, етәксегә, кумирҙарға (артист, спортсы), экстрасенстарға, Буддаға (йога), үҙебеҙҙең нәфсегә... Һөҙөмтәлә тормошобоҙҙо боҙабыҙ, Аллаһ Тәғәлә бүләк итеп биргән ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартабыҙ. Табыныу Хоҙайға түгел, иң тәүҙә үҙебеҙ өсөн кәрәк икән.
Беҙ элек Ленинға, Сталинға һәм башҡа юлбашсыларға, аҙаҡ уларҙың һәйкәлдәренә табындыҡ. Ул ҡоролош емерелеп, дин тергеҙелә башлағанға күпме ваҡыт үтһә лә, ҡалала йәштәребеҙ һаман да ЗАГС-тан һуң Ленин һәйкәленә сәскә һала. Быны күргән саҡта: “Балалар үҙаллы тормошон ботҡа табыныуҙан башлай, ҡайтҡас, яҡшы теләктәрен хәмер аша теләй. Белмәй аҙашҡандары өсөн уларҙы Аллаһ Тәғәлә ғәфү итһен, тормоштары боҙолмаһын, ғәрип балалар тыумаһын ине”, — тип теләп ҡалам.
Ҡалабыҙҙа өйҙән-өйгә йөрөп йәки урамда туҡтатып “Ҡөрьән”дән аяттар, Тәүраттан өҙөктәр (уйҙырмалар) уҡыған булып, халыҡты үҙ диненә өндәп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ бар. Ҡайһы берәүҙәр дини ғилемде белмәгәнлектән ҡармаҡҡа эләгә, сөнки уларҙа кемгәлер буйһоноу хисе тыуа.
Бер танышым күп йылдар буйы медитация менән булышты. Таң менән тороп, Һиндостандағы уҡытыусыһына табынып, уға мөрәжәғәт итеп ултырыр ине. Быйыл был егет ҡаты ауырып китте, табиптар диагноз ҡуя алманы. Ахырҙа, республика дауаханаһына ебәрҙеләр. Унан ҡайтҡас, Хоҙайҙың рәхмәте менән сүрәләргә, доғаларға күҙ һала башланы.
Бер ҡатын 55 йәшенә еткәнсе ни менән генә шөғөлләнмәне: Лазарев, Луиза Хей, Синельников һәм башҡаларҙың китаптарын уҡыны, йогаға ылыҡты, биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр һатып алып та йөрөнө. “Барыһын да намаҙ алмаштыра бит, үҙебеҙҙең динде өйрәнеүгә тотон”, — тип бер нисә тапҡыр өгөтләп тә ҡараныҡ. “Юҡ, мин тағы ла яҡшыраҡ бер автор таптым, шуның дәрестәрен үҙләштерәм”, — тип ҡаршы төшә торғайны. Күптән түгел, ниһайәт, танышым хәҡиҡәткә төшөндө, шикелле — ауыр көндәрендә: “Ҡайҙа дин дәрестәрен алырға була?” — тип һораны.
Сихырсылар (маг) хаҡында ла яҙып үтәйем. Улар, халыҡты күпләп йыйып, аңын томалай, барлыҡ ауырыуҙан ҡотолорһоғоҙ, тип ышандыра. Күңел ваҡытлыса күтәрелә, әлбиттә, әммә һуңынан бик ҡыйын булған осраҡтар бар. Күрәҙәсенең фотоһүрәтен һатып алып, өйҙә шуға ҡарап дауаланыу — айырыуса ярамаған эш. Ошолай күп мал-мөлкәтебеҙҙе алдаҡсыларға әрәм итәбеҙ. Шул аҡсаны дауахана хеҙмәте өсөн түләһәк йәиһә хәйергә биреп китһәк, күпкә һәйбәт булыр ине.
Аллаһ биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белмәйбеҙ шул. Әҙәм балаһы ысын күңелдән намаҙ уҡыһа йә доға ҡылһа, Хоҙайға яҡыная. “Миңә доға ҡылығыҙ, мин һеҙгә яуап бирермен”, — тигән Аллаһ Тәғәлә. Беҙгә теләк теләү, ниндәйҙер һорау менән экстрасенстарға түгел, Хоҙайға ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табиптар дауалағанда ла Аллаһҡа таянһа, ауырыу тиҙерәк һауыға икән. Быны Америка ғалимдары тикшереүҙәр менән иҫбатлаған.
Яҙмам, бәлки, кемгәлер оҡшамаҫ, ҡайһы берәүҙәр ҡаршы фекер ҙә әйтер. Әммә кешенең физик һәм рухи сәләмәтлегенә битараф түгелдәр минең әйткәндәрҙе хуплар тип уйлайым.


Вернуться назад