Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Хәлиҙә Шакирйән ҡыҙы Мирхәйҙәрованы 80 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Юбилейы менән тәбрикләп, уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ, яҡындарының терәген, мөхәббәтен тойоп, ауырымай-һыҙланмай, имен, бәрәкәтле мул тормошта, күңел тыныслығы менән ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Һәр көнөңдө күңел көрлөгө биҙәһен, бер ҡасан да йөҙөңдән шатлыҡ нуры китмәһен. Изгелектәр күреп, ҡәҙер-хөрмәттә, ғүмер йомғағыңды һүтергә яҙһын һиңә!
Ҡотлау менән Фаяз, Таһир улдарың,
Фәһимә, Айһылыу ҡыҙҙарың һәм барлыҡ
кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.