Ҡәбәхәттәр ҡорбаны21.12.2011
Ағиҙел ҡалаһында 27 йәшлек спортсының фажиғәле һәләк булыуы буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланыуға бара. Дим Әйүпов грек-рим көрәше менән шөғөлләнгән, бәйгеләрҙә призлы урындар яулаған.
Спортсы игеҙәге Динар менән ҡәбәхәттәрҙең ҡорбаны булған – уларға урамда иҫеректәр бәйләнгән һәм туҡмай башлаған. Егеттәр, физик яҡтан көслө булһа ла, күмәк кешегә ҡаршы тора алмаған. Дим һәләк булған, Динар иһә тере ҡалған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыусы өс кешене – быға тиклем хөкөм ителгән, бер ҡайҙа да эшләмәгән әҙәм аҡтыҡтарын тотҡан, әле дүртенсеһен эҙләйҙәр. Әйткәндәй, енәйәтселәр Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына ҡасҡан булған, ғәйептәрен танырға теләмәйҙәр.