Бәхәстәр ҡасан тыныр?18.05.2013
Салауат – сәнәғәт ҡалаһы, уның үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә, киләсәген дә етештереүсе предприятиеларҙан башҡа күҙ алдына баҫтырып булмай. Бындағы тормоштоң ыңғай яҡтары ла, кире күренештәре лә тап шул тармаҡҡа бәйләнгән. Сәнәғәт предприятиеларында эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡы башҡаларҙыҡынан юғары, йәшәү кимәле буйынса Салауат республикала Өфөнән ҡала икенсе урында. Ә тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына килгәндә, ҡала иң хәүефлеләр иҫәбендә.
Шуға ла, төбәктә акрил етештереү үҙәге булдырыласағын ишеткәс, салауаттар ике фронтҡа айырылды. Берәүҙәр яңы эш урындары асыла тип һөйөнһә, икенселәр экология мәнфәғәтендә саң ҡаға. Икенсе фронт әүҙемселәре халыҡты өгөтләп, митинг үткәрҙе, төҙөлөшкә ҡаршы 4 меңдән ашыу ҡултамға йыйҙы, Интернеттағы социаль селтәрҙә фекер алышырға саҡырҙы.
Килеп тыуған хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн Салауатҡа юлланыр алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов социологик һорау алыу ойошторорға ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә салауаттарҙың 70 проценты акрил заводы төҙөүгә ҡаршы икәнлеге асыҡланды. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, бының сәбәбе — халыҡ менән аңлатыу эше, һөйләшеүҙәр алып бармау.
“Газпром нефтехим Салауат”тың генераль директоры Дамир Шәүәлиев әйтеүенсә, бөгөн завод биләмәһендә акрил кислотаһынан күпкә хәүефлерәк продукция ла етештерелә, һәм был ғәйәт ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ғына сәнәғәт предприятиеһында бер нисә производство төҙөлдө һәм яңыртылды. Халыҡ ләм-мим өндәшмәне. Ә бына “Акрил кислотаһы” проекты тураһында хәбәр ни өсөндөр йәшен тиҙлеге менән тарала, һәм уға бәйле Салауаттың киләсәге тураһында байтаҡ имеш-мимеш ишетелә.
15 майҙа ҡала хакимиәтендә инициатива төркөмөнөң урындағы етәкселек, “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы вәкилдәре һәм депутаттар менән сираттағы осрашыуы булды. “Газпром нефтехим Салауат”тың генераль директоры урынбаҫары Павел Алюшкин әйтеүенсә, 1 майҙағы митингта ҡуйылған өс талаптың икәүһен ҡәнәғәтләндереү мөмкин түгел. Тәүгеһе – төҙөлөш хаҡында халыҡ алдында сығыш яһау – инде бер нисә тапҡыр үтәлде, ә инде проектҡа йәмәғәт экспертизаһы тәғәйенләү һәм референдум ойоштороу законға ярашлы түгел.