1,3 миллион һум штраф түләйәсәк18.05.2013
Башҡортостандың Юғары суды ришүәт алғаны өсөн Бишбүләк районындағы ЗАГС бүлегенең элекке етәксеһе Елена Харасованан 1 миллион 350 мең һум күләмендә штраф түләтеү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.

Билдәле булыуынса, 2011 йылдың авгусында 33 йәшлек Е. Харасова Бишбүләктә йәшәгән ҡатындан Вьетнам гражданы менән никахын теркәгән өсөн 55 мең һум аҡса һорай. Быны ул республика ЗАГС идаралығынан рөхсәт алыу кәрәклеге менән аңлата.
Шул уҡ йылдың октябрендә никах теркәлә. Кәләштән 45 мең һум аҡса алғанда Е. Харасова хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тотола.


Вернуться назад