Нурҙың нурлы йорттары18.05.2013
Республиканың көньяғында баҡыр, көкөрт, алтын һәм башҡа мәғдән ятҡылыҡтары асылғас та, ер аҫтын тәрәнерәк үҙләштереү маҡсаты ҡуйыла. Ҡола яланда ҡыҙыу төҙөлөш эштәре башлана, тиҙҙән матур ҡала ҡалҡып сыға... Данлы "Башмедьстрой" тресы көсө менән төҙөлгән Сибай ҡалаһы Көньяҡ Урал төбәгенең бер йондоҙолай балҡып йәшәй, хеҙмәт итә.

Илдәге үҙгәрештәр трестың яҙмышына кире йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Тарҡалған "Башмедьстрой" тресы нигеҙендә бынан ун йыл элек "Строймеханизация" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуға генераль директор Нур Азамат улы Тажетдинов баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Трестың иң яҡшы йолаларын тергеҙеп, заманға ярашлы төҙөлөш ойошмаһы булдырыла, ул артабан Көньяҡ Уралдың ҡеүәтле предприятиеһына әүерелә.
Сибай төҙөүселәре һуңғы йылдарҙа үҙҙәрен мөһим мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә алырлыҡ ышаныслы партнер булараҡ танытты. Улар Көньяҡ Уралда ғына түгел, тотош республикала, хатта Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә күләмле эш алып бара. Бының өсөн тәжрибә лә, оҫталыҡ та етерлек. Йөҙҙән ашыу берәмек ҡеүәтле техника, крандар бар, күп кенә төҙөлөш материалдарын үҙҙәре етештерә.
Предприятие һуңғы йылдарҙа сафҡа индергән объекттар араһынан Сибай ҡалаһындағы һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы дауаханаларҙы, “Көньяҡ Урал” ТЭЦ-ын, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы һәм Сибайҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын, бер нисә райондағы мәктәптәрҙе телгә алырға мөмкин.
Тап ошо көндәрҙә "Строймеханизация" йәмғиәте — үҙенең 10 йыллығын, ә уның етәксеһе Нур Азамат улы Тажетдинов алтын юбилейын билдәләй. Сибайҙың оҫта төҙөүселәре байрамды матур кәйеф, яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Һуңғы осорҙа ғына улар ҡалала 14 объектты сафҡа индергән. Ҡалала әле ете урында эш гөрләй: Рафаил Әбдиев етәкселегендәге участка Көнсығыш биҫтәһендә 140 урынлыҡ балалар баҡсаһына нигеҙ һала, Ришат Һөйәров менән Артур Шириязданов етәкселегендәге бригадалар 220 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөүҙе тамамлай...
"Торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, Сибай ҡалаһында 16 фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылһа, "Яҡтыкүл" шифаханаһында 32 фатирлыһы төҙөлә. Сармат биҫтәһендә — туғыҙ, Балыҡсы йорто төбәгендә 63 заманса коттедж төҙөлә.
Предприятие оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт итеүсе тәжрибәле белгестәргә таяна. Генераль директор урынбаҫары Майҙан Рәхимйән улы Вәлиев Әбйәлил районындағы төҙөлөш объекттарына бар оҫталығын һала. Хәйбулла районында иһә икенсе урынбаҫарҙың — Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәфҡәт Мәхмүт улы Рәхмәтуллиндың — эше маҡтауға лайыҡ. Урынбаҫар Николай Иванович Бирюков, ПТО начальнигы Наталья Петровна Гребенкова, кадрҙар бүлеге етәксеһе Вера Степановна Дмитриева, баш бухгалтер Людмила Ильинична Мәхмүтова хаҡында ла ыңғай фекерҙәр яңғырай.
“Строймеханизация” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен ысын мәғәнәһендә Көньяҡ Уралдың төҙөлөш ҡалҡаны тип нарыҡларға була. Республика күләмендә лә был ойошманың даны, абруйы электән юғары. Алтын ҡуллы Сибай төҙөүселәрен башҡа төбәктәрҙә лә көтөп алалар. Хәйбулла районының “Юбилей” ятҡылығында төҙөлөүсе ике ятаҡ эшселәрҙең көнкүрешен тағы ла уңайлыраҡ итер, моғайын. Әбйәлил районындағы “Яҡтыкүл” шифаханаһындағы яңы пансионат киләһе йыл ял итеүселәрҙе ҡаршылаясаҡ.
Силәбе өлкәһенең “Көньяҡ Урал” ГРЭС-ы төҙөлөшөндә ҡатнашыу ҙа оло мәртәбә. Нуғайбәк районында 200 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, Магнитогорск ҡалаһында күп ҡатлы торлаҡ йорт һалдылар.
Эшселәр социаль яҡтан хәстәрлек менән солғап алынған. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Ашхананы ит, һөт, балыҡ, икмәк менән тәьмин итер өсөн ҡала эргәһенән ер алып, иген сәскәндәр, мал үрсетәләр, күлгә балыҡ ебәргәндәр.
Тәжрибәле етәксе Нур Тажетдинов, Көньяҡ Урал райондарын үҫтереү программаһын ҡабул итеү — күптән көтөлгән бик мөһим сара, тип юғары баһаланы. Төбәктә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Төҙөлөш тармағына килгәндә иһә, Ирәндектәге бай сеймалды файҙаланып, цемент, кирбес заводтары булдырыу, тимер-бетон изделиелар етештереү тармаҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ, ти ул. Силәбе, Ырымбур өлкәләре менән сиктәш булғанға, уны һатыу мөмкинлеге лә киң.
Төҙөлөш бар ерҙә — тормош бар. Сибай ҡалаһының алтын ҡуллы эшселәре, күркәм йорттар һалып, тормошобоҙҙо тағы ла матурайтыр, халыҡты ҡыуандырыр әле.

Нурҙың нурлы йорттарыНур Тажетдинов Баймаҡ районының II Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлағандан һуң, 1985 йылда “Башмедьстрой” төҙөлөш-монтаж тресында эш башлай. 2003 йылдан — “Строймеханизация” йәмғиәтенең генераль директоры. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡала Советы рәйесе була. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Почет грамоталары, ҡала һәм район хакимиәттәренең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.


Вернуться назад