Ҡотлайбыҙ!18.05.2013
Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әлмөхәмәтова Фәриҙә Мәсҡүт ҡыҙын 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ғәзизебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, имен тормош теләйбеҙ. Киләсәк ғүмерең шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын, балаларың, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтендә кинәнеп йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын, әсәй (өләсәй),
тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә — изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең һәм балаларың,
ейәндәрең исеменән ҡыҙың Флүрә, ейәнсәрең Илмира.