Йылмайып-көлөп кенә18.05.2013
— Кисә диңгеҙ яры буйлап йөрөгәндә эсенә ҡағыҙ тығылған шешә таптым.
— Нимә тип яҙылғайны?
— "Мине инфляция, һалым, шау-шыу булмаған, автомобиль йөрөмәгән, һауа бысранмаған һәм кеше йәшәмәгән утрауҙа төшөрөп ҡалдырҙылар. Көнләшә алаһығыҙ", тиелгәйне.

* * *
1 май алдынан Штирлиц Борманды осрата ла ҡала ситенә һыра эсергә саҡыра.
— Һеҙҙең "һыра эсәйек" тигәнегеҙҙең ни икәнлеген беләм мин, штандартенфюрер! Яңы йылдағы кеүек тағы ун көн буйы эсергәме?
— Шунан, ни булған һуң? — тип ғәжәпләнә Штирлиц.
— Миңә 8 майҙа эштә булырға кәрәк — һеҙҙекеләргә бирелергә!
* * *
Ҡатыны, ҡунаҡтан бик ҡәнәғәт ҡайтып, нимә булғанын иренә һөйләй:
— Мәжлес матур үтте. Кәримовтар йырлауымды үтенгәйне, ризалаштым.
Ире:
— Дөрөҫ эшләгәнһең. Мин уларҙы өнәп еткермәйем.

* * *
Бер ир магазин асып, барабан, табут, мылтыҡ, пистолет һата башлаған.
Күршеһе:
— Макар, насар тауар менән сауҙа итәһең. Миңә бер ҙә оҡшамай ҙа, аңлашылмай ҙа, — тигән.
— Һис тә улай тип әйтмәҫ инем. Элгәре көн — барабан, кисә — мылтыҡ, бөгөн табут һаттым әле, — тип яуаплаған ҡәнәғәт магазин хужаһы.


Вернуться назад