Яҡташтарыбыҙға ярҙам кәрәкме?21.12.2011
Матбуғат сараларында Рәсәйҙең дүрт гражданы Йеменда барған сыуалыштарҙа һәләк булған, уларҙың барыһы ла урындағы Ислам теология үҙәгендә белем алыусы Башҡортостан студенттары тигән хәбәр донъя күргәйне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса республиканың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы әле был мәғлүмәтте тикшерә, тик ул рәсми раҫланмаған. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа Башҡортостандан Йеменға сығыусы кешеләр исемлеген барлайҙар. Унда белем алыусы студенттар тураһында мәғлүмәт юҡ, әммә егеттәр был илгә башҡа дәүләттәр аша, йәғни рәсми булмаған белем биреү программаһы буйынса эләгеүе ихтимал. Әгәр ҙә Йеменда яҡташтарыбыҙ барлығы иҫбатлана икән, Башҡортостан Республикаһы уларға ярҙам итергә әҙер.


Вернуться назад