Ҡаҙ ярҙамы18.05.2013
Хикмәтле хикәйә
Ғилми етәксеһе Гөлбинәне диплом алғандан һуң аспирантурала ҡалырға өндәне. Ысынлап та, ғалимә булмаҫлыҡ кеше түгел: яҡшы уҡый, хәтере шәп, дәреслектәге яҙмаларҙы өтөрөнә ҡәҙәр тигәндәй ятлап килә.
— Әлләсе, минән килеп сығырмы икән? – тип икеләнгән ҡыҙҙы фән әһеле дәртләндереп ебәрҙе.
— Ни өсөн сыҡмаһын ти?! Ишшеү как! Мөгөҙлө кеше ғалим булалыр шул. Уның бер нәмәһе лә юҡ. Китапханала ултырырға йыбанма ғына.
Бына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлар мәл етте. Ҡыҙ билдәләнгән ваҡыт арауығында сығышын тамамлағас, һүҙҙе башҡалар алды. Оппоненттарҙың береһе һорауҙар яуҙыра башлағайны, әле генә тәтелдәп торған ҡыҙ ыҡ-мыҡ итте, башы әйләнде, унан күҙ йәшенә төйөлөп, гөрһөлдәп иҙәнгә йығылды… Шул саҡ кемдер йүгереп килеп бисара ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды ла торғоҙорға маташты, икенсеһе “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратты.
Матур ғына барған совет ултырышының шулай йәмһеҙ тамамланыуына ғилми етәксенең асыуы килде.
— Әҙәм түгел икәнһең: кеше матур итеп табын әҙерләгән, ҡаҙ килтергән, ә һин әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятышһыҙ һорауҙарың менән уның башың ҡатыраһың! Юрамал шулай ҡыланғанһыңдыр ул! – тип оппонентты ҡаты ғына һүгеп тә алды.
Шулай ҙа ғилми совет ҡыҙҙың эшен ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланы.
Тарихтан ҡаҙҙар боронғо Римды ҡотҡарып ҡалған тип белә инек. Баҡһаң, ҡаңғылдаҡтар фән әһеле булып китеүгә лә ҡанат ҡуя икән.


Вернуться назад