Йыһанда тормош бөтөнләй икенсе18.05.2013
Йыһанда тормош ерҙәге кеүек түгеллеген һәр кем аңлайҙыр. Әлбиттә, кешеләр шул уҡ, иллюминатор аша күренгән планета ла беҙҙеке. Ә бына космос киңлегендә ауырлыҡты юғалтыу шарттарында космонавтар йәшәйешен тулыһынса үҙгәртә. Ҡайһы бер үҙенсәлектәр менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Бер көндә 16 тапҡыр таң атыуын күрергә мөмкин
Эйе, түбән орбитала Ҡояш ярты сәғәт һайын ҡалҡып тора. Әйткәндәй, Йыһанды иңләүселәр Осошҡа идара итеүсе үҙәктән ебәрелгән сигнал йәки шылтыратыу буйынса йоҡонан тора. Тауышлы сигналдың моңло бер йыр булыуы мөмкин, уны астронавт үҙе йәки ғаиләһе һайлай.

Унда оҙонораҡ буласаҡһығыҙ
Тап шулай. Ерҙең тартыу көсө булмау сәбәпле, умыртҡа бер ни тиклем һуҙыла һәм кеше яҡынса 5 — 8 сантиметрға оҙоная. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны һәйбәт тип әйтеп булмай, сөнки "буйға үҫеү"ҙең кире яҡтары бар. Мәҫәлән, арҡа ауыртыуы ихтимал, нервылар ҡыҫыла.

Йоҡлағанда хырылдамайһың
Ерҙә саҡта хырылдап йоҡлаған кешеләр Йыһанда был ғәҙәтенән ҡотола. Тап бына тартыу көсө хырылдауға килтерә лә инде. Ошо хәл күҙәтелгән осраҡта ла тауыш тыныраҡ була.

Боросто ла һыуға һалырға тура килә
Ауырлыҡты юғалтыу шарттарында аҙыҡты тоҙлауҙы йәки борос һибеп ашауҙы нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ? Космонавтар ҡулланған тәмләткестәр ҙә шыйыҡ хәлдә була.

Ауырлыҡ көсө барлығы онотола
Ергә әйләнеп ҡайтҡас, космонавтарға ғәҙәти шарттарға яңынан яраҡлашыуы ярайһы ауыр ғына. Айырыуса астронавтар әйберҙәрҙең төшөп китеүенә күнегә алмай йонсой, сөнки уларҙың һауала иркен осоп йөрөүенә өйрәнеп өлгөрәләр. Мәҫәлән, сынаяҡтың төшөп ватылыу ихтималлығын онотоп, ҡулдарынан ысҡындыралар.


Вернуться назад