Был турала күптән хыяллана инек17.05.2013
Был турала күптән хыяллана инек11 күсмә медицина ярҙамы машинаһы юлға сыҡты

Баш ҡаланың Конгресс-холл эргәһендәге майҙанда бер рәткә һалдаттарҙай теҙелгән ҙур, ҡеүәтле аҡ машиналарға иғтибар итмәгән кеше юҡ. Һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу проектына ярашлы алынған “тәгәрмәс өҫтөндәге” клиникалар алыҫ, төпкөл район һәм ауылдарҙағы халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү эшен яҡшыртыу өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова бөтә тейешле диагностика ҡорамалы, лабораторияһы булған медицина модулен алыу бәхетенә ирешкән дауахана етәкселәренең һөйөнөсөн уртаҡлашып, халыҡтың ярҙамдан файҙаланыу мөмкинлеген арттырырға саҡырҙы.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев әйтеүенсә, һуңғы ике йыл эсендә генә республика дауаханаларына 192 махсус ярҙам күрһәтеү автомобиле бирелгән. Ә бөгөн район дауаханаларының баш табиптары йәнә 11 күсмә медицина комплексының асҡыстарын ҡулдарына аласаҡ.
— Республикабыҙ халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Дауаханаларҙан алыҫ ятҡан төбәктәргә тап ошо модулдәр барып етәсәк, ашығыс медицина ярҙамын күрһәтәсәк, — тине Георгий Анатольевич һәм ҡиммәтле бүләктәр алыуҙан ҡыуанышҡан дауахана етәкселәренә тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләне.
Бәхетлеләр кем һуң? Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы бер юлы ике күсмә модулгә эйә булды: береһе — “Балалар сәләмәтлеге” комплексы диспансерлаштырыу үткәреү маҡсатында файҙаланыласаҡ, икенсеһе — “Сәләмәтлек үҙәге” төрлө тәбиғәт һәм географик шарттарҙа ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу өсөн юлға сығасаҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар һәм 1-се клиник дауаханалары, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы, Нефтекама, Белорет, Күмертау, Бөрө, Сибай ҡалаларының үҙәк район дауаханаларына ла ҡиммәтле бүләк тапшырылды. “Тәгәрмәс өҫтөндәге” клиникалар 181,5 миллион һумға төшкән.
Проекттың үҙенсәлеге һәм ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге ябай кешеләрҙе генә түгел, һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен дә һоҡландыра. Теләгән ерҙә, ыжғыр буранға, ҡойма ямғырға ҡарамай, заманса медицина клиникаһын йәйелдереп, ауырыуҙарҙы ҡабул итергә була. “КамАЗ” автомобиле нигеҙендә яһалған медицина модулдәре өсөн кәртәләр юҡ, һәр урында юл асыҡ.
Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Альбина Кузнецова тантанала ҡатнашыусылар исеменән тармаҡҡа оло иғтибары һәм ярҙамы өсөн Башҡортостан Президентына һәм Хөкүмәтенә ихлас рәхмәт белдерҙе. “Сирҙәрҙе иҫкәртеү эшен алға ебәреүҙә күсмә медицина ярҙамы ҙур этәргес буласаҡ. Яҡшы нәмәгә кеше тиҙ өйрәнә бит, райондарҙа медицина ярҙамын көсәйтеүҙә тағы ла яңы аҙымдар яһалырына өмөт итәм”, — тине ул.
Белорет үҙәк клиник дауаханаһының баш табибы Хәбир Мостафин бер модулдә маммография, отоларингология, офтальмология буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлегенән ҡәнәғәтлеген белдерҙе:
— Күсмә лабораторияла хатта анализдар биреп була. Бындай оператив ярҙам күрһәтеү тураһында күптән хыяллана инек. Беләһегеҙ инде, Белорет ҡалаһынан 150 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылдар бар. Тау-таш араһында урынлашҡандарына ваҡытында барып етеүе ауыр, ҡайһы саҡта мөмкин дә түгел.
— Күптән көткән хыялдарығыҙ тормошҡа ашты, тимәк. Кадрҙар етешмәүе йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында ҡеүәтле машинағыҙ эшһеҙ тормаҫмы һуң?
— Ошондай ҙа ҡиммәтле, халыҡ өсөн үтә кәрәкле клиника буш торһа, оят булыр! Беҙ 250 мең кеше йәшәгән Әбйәлил, Учалы, Бөрйән, Белорет райондарын хеҙмәтләндерәсәкбеҙ. Тимәк, уйланылған график төҙөп, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл иткәс, “тәгәрмәсле клиника” сәфәргә юлланасаҡ.
Ҙур өмөт бағланған күсмә медицина ярҙамы иң төпкөл ауылдарға барып етерме? Дауалауҙың яңы стандартын халыҡ нисек баһалар? Дауаханалар, ФАП-тар ябылыуҙан йонсоған, медицина ярҙамынан мәхрүм ҡалған халыҡтың тармаҡҡа дәғүәләре кәмерме? Быныһын киләсәк күрһәтер, уҡыусыларыбыҙҙың хаттары һөйләр. Әлегә ҙур, ҡеүәтле клиникалар республикабыҙҙың төрлө тарафтарына юл ала.
Уңыштар теләйек!


Вернуться назад