Башҡортлоҡ нимәнән ғибәрәт?17.05.2013
Юғары белемде Өфөлә үткән быуаттың 60-сы йылдарында алдым. Уҡыу йортом “Башҡортостан ауыл хужалығы институты” тип аталды. Әле килеп уны бер осраҡта “Башҡорт аграр университеты”, ә икенсе осраҡта “Башҡортостан аграр университеты” тип яҙалар. Ә ни өсөн белем биреү усағы университетҡа әүерелгәс, “Башҡортостан” һүҙе үҙгәртелергә тейеш һуң? Есеме бит шул көйө ҡалды.

Рәсми рәүештә нисек аталыуын белеү өсөн уҡыу йортона барҙым. Ләкин ни ғәжәп – алтаҡта бөтөнләй юҡ. Һәр кетәктәй генә сауҙа нөктәһендә лә эленгән кәрәкле мәғлүмәт был мөһабәт бинаға яҙылмаған. Ҡыйыҡ башында ғына “Башкирский государственный аграрный университет” тигән яҙыу бар. Бына ошо һүҙҙәр асыҡлыҡ индерә лә инде уҡыу йортоноң исеменә. “Башкирский” һүҙе “башҡорт” тип тәржемә ителгән. Моғайын, шул сәбәптәндер, “Башҡорт дәүләт университеты”, “Башҡорт дәүләт медицина университеты” тип һөйләйҙәрҙер.
Минең фекеремсә, бөтә был осраҡтарҙа “Башҡортостан” тип яҙыу кәрәк, сөнки улар беҙҙең республиканың (башҡорттоң ғына түгел) уҡыу йорттары бит. Мәскәү, Санкт-Петербург уҡыу йорто тип әйтелә икән, ул милләтте түгел, ә ҡайҙа урынлашҡанын аңлата.
Милләткә ҡағылышлы осраҡта, әлбиттә, “башҡорт” тип яҙыу фарыз. Ойошмаларҙың исеме нисек рәсмиләштерелгән, матбуғат биттәрендә лә ул шулай яҙылырға тейеш, минеңсә. Ә бына республика театрҙарының атамалары төрлөсә яҙып йөрөтөлә. Мәҫәлән, бер осраҡта “Сибай дәүләт башҡорт драма театры” (алтаҡталағы рәсми исеме тап шулай), ә икенсе осраҡта “Сибай башҡорт дәүләт драма театры” тип яҙыла. Ошондай уҡ төрлөлөк Стәрлетамаҡ, Салауат театрҙарының исемдәрен яҙғанда ла күҙәтелә.
Уларҙың атамаларын төп театрыбыҙ – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры исеме өлгөһөндә яҙыу кәрәк, тип уйлайым, йәғни “башҡорт” һүҙен алдан яҙыу мәҙәниәт усағының асылын баштан уҡ күрһәтеп тора. Бөтә театрҙар атамаларын да бер төрлө яҙҙыртыу ҙур сығым талап итмәҫ ине.
Уҡыу йорттары атамаларының яҙылышына кире ҡайтып, шуны әйтер инем. “Башҡорт” тип яҙыуҙан ғына башҡортлоҡ артмай бит. Башҡортлоҡ рухиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә, балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе милли рухта тәрбиәләүҙә, ҡәрҙәштәребеҙҙең заманса белем алып, яңынан-яңы үрҙәргә артылыуында, уларҙың етеш, мул тормошта йәшәүендә сағыла.
Республикабыҙҙың исемен “Башкирия” тип боҙоп яҙыу һәм һөйләү тураһында матбуғатта байтаҡ һүҙ булды. Ләкин хәл үҙгәрмәй, бөтә кимәлдә лә битарафлыҡ күрһәтелә. Мәскәүҙәргә ни һан, бит үҙебеҙҙә дәүләт органдары етәкселәренең, телевидение тапшырыуында ҡатнашыусыларҙың “Башҡортостан” тип әйтергә телдәре әйләнмәй. Тимәк, был йәһәттән милли рухлы вазифалы етәкселәр, депутаттар талапсанлыҡ күрһәтергә тейеш.


Вернуться назад