Бысратыр өсөн яҡланмаған был ер17.05.2013
Бысратыр өсөн яҡланмаған был ерМинең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым,
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем —
тип яҙған Салауат Юлаев үҙенең иң матур шиғырҙарының береһендә. Ысынлап та, милли батырыбыҙ менән ризалашмай булмайҙыр. Уйлап ҡараһаң, тирә-яғыбыҙ иҫ киткес йәмле. Тәбиғәтебеҙ ҡуйы йәшел урмандарға, бейек ғорур тауҙарға, сылтырап аҡҡан шишмәләргә, тәрән һәм ҙур йылға-күлдәргә, төрлө-төрлө ҡаҙылма байлыҡтарға, урман тулы йәнлектәргә, хуш еҫле сәскә-гөлдәргә, яландарға, уңдырышлы ерҙәргә бай.
Башҡортостандағы кеүек тәбиғәттә йәшәү — үҙе ҙур бәхет. Беҙгә ошо ҙур байлыҡты һаҡлай белергә кәрәк! Йәй көндәрендә халыҡ ғаиләләре менән тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыға. Әлбиттә, аяҙ матур көндә ял итеү кәрәктер. Ләкин хәҙерге ваҡытта ошо “ял итеүҙән” һуң йылға, күл буйҙарында, урмандарҙа төрлө һауыт-һаба, шешәләр, сүп-сар өйөлөп ятып ҡала. Йылдан-йыл завод-фабрикалар арта, улар бит беҙ һулаған һауаны, тирә-яғыбыҙҙы бысрата. Урмандарыбыҙ көндән-көн һирәгәйә. Нефть һәм газ ебәреү өсөн ерҙең бөтә яҡтарына тиерлек торбалар үткән. Әлбиттә, был — эс бошорғос күренеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай халыҡ хәлде туҡтатыу өсөн бер ни ҙә эшләй алмай. Бөгөн көн күреп йәшәгән ерҙәребеҙ өсөн, иркебеҙ өсөн ата-бабаларыбыҙға бик күп яуҙарҙа йөрөргә тура килгән. Иҫәпһеҙ күп кеше һуғыш яланында ятып ҡалған. Әгәр ҙә һәр бер кеше шул турала уйланһа, тәбиғәткә ярҙам итергә булыр ине лә бит. Һәр береһе үҙенең артынан сүп-сар ҡалдырмаһа, бәлки, йылға, күл буйҙарында өйөм-өйөм шешә ятып ҡалмаҫ ине.
Беҙгә үҙебеҙҙең бай, матур тәбиғәтебеҙҙе яҡларға һәм һаҡларға кәрәк. Тирә-яғыбыҙ иҫ киткес матур. Киләсәк быуын да уға һоҡланырлыҡ булһын!


Вернуться назад