Кесерткән ашы17.05.2013
Кесерткән ашыКесерткәнде итле һурпаға һалып та, “ҡоролай” ҙа бешерергә була. Итһеҙ бешергәндә:
l бер услам (100-200 г) кесерткән
l өс бәрәңге
l бер-ике кишер
l бер баш һуған
l 2,5-3 литр һыу
l тәменсә тоҙ, тәмләткестәр
l ике йомортҡа (мотлаҡ түгел)
l оҡшағанса аҡ май йәки шыйыҡ май кәрәк.
Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, бәрәңге турап һалына, ул бешә торғансы, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, өҫтәп ебәрәһең. Башлы һуғанды ваҡлағас, майҙа ҡыҙҙырып алырға була, шул көйө лә һалырға мөмкин. Кесерткәнде башта һалҡын һыуҙа йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләп алаһың. Сағылыуҙан ҡурҡмаһаң, бешекләмәй генә лә турарға була. Был хатта быуын һыҙлағанда файҙалы ла.
Кесерткәнде башҡа үҫемлектәр артынан оҙатҡас, бер нисә минуттан әҙер ҙә була.
Ҡаты итеп бешерелгән ике йомортҡаны ваҡ ҡына итеп турап, ашҡа һалаһың.
Табынға ҡаймаҡ менән бирһәң, телеңде йоторлоҡ булыр.
Ауыл ҡаймағы менән сабата ла тәмле була тиҙәр былай.

Кесерткән тәбейәһе

l 600 г кесерткән
l 80 г аҡ май
l ике баш һуған
l йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка)
l тоҙ.
Кесерткәнде биш минут самаһы тоҙло һыуҙа бешереп алалар, һарҡытҡас, турайҙар. Башлы һуғанды ваҡлап турап, майҙа ҡыҙҙырып алғас, кесерткән менән йәшел үләндәрҙе өҫтәп, табала 10 минут быҡтыралар. Шунан йомортҡаны туҡып, өҫтөнә ҡойорға ла 10-15 минутҡа духовкала йә эҫе мейестә бешереп алырға.

Кесерткән билмәне
Билмән ҡамыры әҙерләргә лә, өҫтөн ябып, дым һеңергә ҡуйырға. Шул арала 150 г йәш кесерткәнде, 50 г башлы һуғанды ваҡлап турап, майҙа быҡтырып алырға. Кесерткәнде эремсек менән ҡушып та эслек эшләргә мөмкин. Тәменсә тоҙ һәм борос ҡушырға. Ошо эслектән билмән бөгөп, бешергәс, өҫтөнә йәшел һуған, ҡаймаҡ һалып, табынға бирергә.

Кесерткән турамаһы

Кесерткәнде ҡала эсендә, юл буйҙарында йыйырға ярамай, ул нитрат туплай. Таҙа ерҙән йыйылған 300 г йәш үҫемлекте ҡайнар һыуҙа бешекләргә, 200 г юл япрағы, 50 г бәпембә япрағы, бер ус йәшел һуған менән ҡушып турарға, ҡаты бешкән ике-өс йомортҡаны ваҡлап ҡушырға, тоҙ, шыйыҡ май, ҡаймаҡ өҫтәргә.


Вернуться назад