Кесерткән генә тимәгеҙ17.05.2013
Кесерткән генә тимәгеҙБыл әрһеҙ сүп үләне ата-бабаларҙы аслыҡтан ҡотҡарған, дауа сараһы булараҡ та ҡулланылған. Ололар, яҙғыһын өс үләнде (кесерткән, балтырған, ҡуҙғалаҡ) өсәр тапҡыр булһа ла бешереп ашарға кәрәк, ти торғайны.
Кесерткән япраҡтарында С витамины лимонға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ А, В1, В2 витаминдары, минераль тоҙҙар, төрлө органик матдәләр күп. Кесерткән аҡһымында алыштырғыһыҙ ун аминокислотаның туғыҙы бар. Арығанда, ауырыуҙарҙан өҙлөккәндә ул иң беренсе ярҙамсы. Калий менән кальцийға бай булыуы йөрәкте, ҡан тамырҙарын шифалай. Шәкәр ауырыуын, гемоглобин төшөүен, күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ла кесерткән – беренсе ярҙамсы. Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә генә уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Кесерткәнле аш артынан ҡан шыйығайтыусы сәйҙәр эсеп ҡуйһағыҙ, зыяны булмаҫ.


Вернуться назад