Муйыл сәскәһе17.05.2013
Яҙын муйыл – урман күрке, урам күрке. Тәҙрә төбөнә ҡуйылған кескәй генә тәлгәше лә бүлмәне хуш еҫкә күмә, себен-серәкәй ҙә осоп инә һалмай. Матурлығы өҫтәүенә шифалы ла ул муйыл сәскәһе. Уны мул итеп алып, ағастың ҡайырыһын да ҡушып ҡайнатып, сәс тамырын туҡландыралар, ә сәйе үпкә сирҙәренән, бронхиттан дауа, үтте сығара.
Ап-аҡ ҡына “йондоҙсоҡ”тарҙа С, Р һәм Е витаминдары, тимер, цинк, марганец, кобальт, баҡыр бар. Көслө еҫе күп кенә зарарлы микробтарҙы, микроорганизмдарҙы үлтерә.
Шул уҡ ваҡытта унан аллергия булыуы ла ихтимал.
Сәскәләрҙе өҙөп алыу менән оҙаҡҡа һуҙмай күләгәле, ел иҫеп торған урында киптерергә кәрәк.
Кипкән муйыл сәскәһе төнәтмәһен күҙ эренләгәндә ҡулланалар. Сылатҡыс өсөн бер балғалаҡ кипкән сәскәне бер стакан ҡайнатылған һалҡын һыуҙа һигеҙ сәғәт тоталар.
Уны шешектәргә лә, һыҙлаған быуындарға ла ябырға мөмкин.


Вернуться назад