Стәрлебаш районының Табылды ауылында йәшәгән ҡәҙерле кешебеҙ, ғәзиз әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Вахитова Фруза Рамазан ҡыҙын 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Әсәйебеҙ ошо ауылға килен булып төшкәс, 35 йыл клуб мөдире булып эшләү менән бер рәттән, сөгөлдөр ҙә үҫтерҙе, колхозда башҡа төрлө эште лә башҡарҙы. Күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Хеҙмәт ветераны. Барлыҡ туғандарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙамсыл, изге күңелле, оло йөрәкле кеше ул әсәйебеҙ. Атайыбыҙ Мөхтәр Зәкәриә улы менән бына 55 йыл инде иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер кисерәләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы көндәрҙә лә шулай тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең күңел йылыһын тойоп, уларға оло терәк-таяныс булып, ауырымай, һыҙланмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, йәшәүҙән йәм табып, матур, бәрәкәтле, тигеҙ ғүмер кисерегеҙ, ҡәҙерлеләребеҙ!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм барлыҡ туғандарығыҙ исеменән ҡыҙығыҙ Зөһрә.
Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Тәнзилә Заһиҙулла ҡыҙы Туҡаеваны 75 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙҙең бала сағы, йәшлеге һәм ғүмер юлы Көйөргәҙе районы менән бәйләнгән. Атайыбыҙ Сайран Дәүләтша улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береhенә терәк булып 53 йылдан ашыу татыу, матур йәшәйҙәр. Өс ҡыҙҙарына күркәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығырға ярҙам иттеләр. Әсәй, беҙҙең өсөн һин – донъяла иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше. Яҡты ҡарашың, аҡыллы кәңәштәрең, оло хәстәрең, ярҙамың өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларҙың изгелеген күреп, уларға ныҡлы терәк, кәңәшсе булып, атайыбыҙ менән тигеҙ ғүмер итергә яҙһын.
Күңелең һис ҡасан да борсолоуҙар белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо сыуаҡ, яҡты көндәр генә биҙәһен!
Ҡояш нуры ерҙә балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Ғүмер юлың – матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын
йөрәктән.
Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сайран, ҡыҙҙарың Рита, Рәмзиә, Зөлфиә, кейәүҙәрең Шамил, Шамил, Александр, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлиә, Илһам, Ләйсән, Юлиә, бүләсәрҙәрең Нәркәс, Алина.