Аллаһ Тәғәлә сабырҙарҙы ҡәҙерләй17.05.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
“Аллаһ Тәғәлә өсөн кемдәр иң ҡәҙерлеһе?” — тип һорағандар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. “Хоҙай биргәнгә шөкөр итә, бәлә, бәхетһеҙлек килгәндә сабыр итә белгәндәр”, — тигән имам. Бәндәләре ошондай күркәм холоҡҡа эйә төбәктәрҙә донъялар имен, тыныс була, ә аҙғынлыҡ, вәхшилек тулып ташҡан ерҙәргә бәлә артынан бәлә килә. “Сабырлыҡ, ҡәнәғәт була һәм шөкөр итә белеү — әҙәмдең иң мөһим сифаты”, — тип өйрәткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәләренән булған Әнәс ибн Маликтың бер хәҙисендә Аллаһтың “Әгәр ҙә ҡолом тәненә, балаһына, малына килтерелгән бәләләргә түҙеп, хәлде сабырлыҡ менән кисерә белһә, Ҡиәмәт көнөндә уның ғәмәлдәре хаҡында хәтеренә төшөрөп, бизмәнгә һалып тороу Минең өсөн уңайһыҙ булыр” тигән һүҙҙәре килтерелә. “Йәннәткә барыр юлдар төрлө ҡаршылыҡ менән тулы, уларҙы үткәндә бик ҙур түҙемлек кәрәк. Үҙеңдәге түбән теләктәргә, нәфсе ҡотҡоларына, ауырлыҡтарға сабыр итә белгәндәрҙең урыны — Йәннәт. Ә ебеп ҡалған кеше утҡа барып төшөр”, — тигән имам Бәкер.
Түҙемлек һәм сабырлыҡ тураһында бер хикәйәт тә һөйләп үтәйем. Бер ваҡыт ике ғәзәл тормош тураһында һүҙ ҡуҙғата. “Бынан һуң Ҡәғбә эргәһендә генә көн итәсәкмен, — ти беренсеһе. — Шунда йоҡлап, үлән уртлап йөрөрмөн. Көтөүлектәрҙә бит хәҙер хәүеф-хәтәр тыуып ҡына тора, һәр ерҙә һунарсыларҙың ауы, ҡапҡан ҡуйылған. Көнө буйы һинең арттан күҙәтеп йөрөйҙәр. Ҡурҡынысты, борсолоуҙы белмәй, тормоштоң тәмен татып ҡалғым килә”.
“Йәшәргә теләһәң, киреһенсә, ҡурҡыныс эсендә бул, саҡма таш кеүек осҡон сәсеп тор! — тигән икенсе ғәзәл. — Хәүеф-хәтәр ихтыяр көсөңә, ныҡлығыңа һынау, тән менән йәндең нимәгә һәләтле булыуын асыҡлау өсөн бирелә”.
“Сабырлыҡтың төбө — һары алтын”, “Сабыр иткән — моратына еткән” һәм башҡа мәҡәлдәребеҙ юҡтан ғына яралмаған. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәҫкә, уңыштарҙан шашынмаҫҡа, күркәм холоҡта ҡалырға насип итһен. Шулай булһа, иншаллаһ, күңелебеҙ нурлы, донъялар имен, тормошобоҙ бәрәкәтле булыр. Амин.